"Фильмдың иң беренсе булып Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелеүе минең өсөн бик мөһим. Сөнки Николай Киселев тап Башҡортостанда тыуған, кинотаҫмалағы тарих менән республика халҡы ғорурлана ала. Автор булараҡ геройҙар өсөн дә ул лайыҡлы булыр тип ышанам",- ти Гөлназ Ғәлимуллина, «Башҡа бер ҡасан да» документаль фильмы режиссеры, сценарий авторы.