Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 12:18

ТОРМОШ ҺЫНАУҘАРҘАН ҮРЕЛГӘН

.

Айнур Акилов

Рима Ҡаһарманова
ТОРМОШ ҺЫНАУҘАРҘАН ҮРЕЛГӘН

– Уйнаштан тыуған балаң менән ҡайтып керерҙән элек һине бында көтәләрме-юҡмы икәнен уйлар инең, оятһыҙ! – тигән һүҙҙәре менән ҡаршыланы Мәрзиә ҡыҙын.
Зифа өсөн шул миҙгелдә аяҙ күктә йәшен йәшнәнеме ни? Йәш әсәнең былай ҙа аҡ йөҙө нығыраҡ ағарып киткәндәй булды.
– Һаумыһығыҙ, атай-әсәй! Беҙ бына... ҡайттыҡ әле, – тип тамағына тығылған әсе төйөрҙө йотоп, саҡ һүҙ ҡуша алды ул.
Сыр-сыу тауышҡа сыҡҡан атаһы Васфи ҙа ҡыҙына һалҡын ҡараш ташлап алды. Хәләл ефетенең һүҙен хупларға ашыҡҡандай, ҡысҡырынды:
– Хәҙер беҙгә кешегә күренергә лә оят. Һине шуның өсөн уҡыттыҡмы? Китап тотоп та аҡыл кермәгәс, һинән ваз кистек беҙ. Белеп тор! – тип атаһы өйгә кереп китеү юлын хуп күрҙе.
Зифаның ярһыған йөрәген өтөр иҫәптән әсәһенең:
– Телдән төшмәҫ көнлө иттең. Йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтереп, ва­ҡытынан алда беҙҙе гүргә тығаһың бит, – тип ҡысҡырып әрләгән тауышына ҡушылып, сабый илай башланы. Бәр­геләнгән йәне йылы һүҙгә һыуһаған саҡта уның хәленә ғәзиздәре генә инер, ауыр булһа ла, аңлар, тип ашыҡҡайны ул. Үҙ үлтермәй, ят ярлыҡамай, тиҙәр бит халыҡта. Ярлыҡарҙар әле, тигән өмөтө тамам һүнде. Зифа, тыуған йортона юҡља љайтљанына төшөнөп, кире ҡапҡаға табан боролорға мәжбүр булды. Йәшәргә минең дә хаҡым бар әле, тип әйтергә телә­гәндәй, үрһәләнеп илаған сабыйын сараһыҙҙан хәлһеҙ ҡулдары менән күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты йәш әсә.
– Ил һүҙе – диңгеҙ тулҡыны. Башыңды эшләтер инең! Шулай, бер рәхәттең бер ҡыйыны ла була. Һайлаған юлыңда бул! Беҙҙең өсөн һин юҡ инде хәҙер! – тип ҡысҡырып ҡалып булһа ла нәфрәтен бушатырға ашыҡҡан әсәһенең һүҙҙәре уға мәңгегә хушлашыу сәләме кеүек яңғыраны. Ярҙамға мохтаж ваҡытында атай йортона тиҙерәк ҡайтҡыһы килгәнгә лә хәҙер уға аяҡ аҫтындағы ер убылғандай тойолдо.

Өйҙән йыраҡлаша барғанда ла әсә­һенең ҡысҡырып әрләгәне яңғыраны.
– Мин һине киҫәттем бит: «Ир­ҙәрҙән алданма!»– тип. Йөҙ тапҡыр киҫәттем.
Сабыйына ҡушылып илаған ҡатын, шишмә буйына туҡталып, һыуһынын баҫты. Ауыр һулап, тиҙерәк битенә һалҡын һыу бөркөп алды. Шишмә буйында ағым һыуға баҡ-баҡ килеп өйрәктәр йыйылды. Инә өйрәк артынан һыуға төшөп, ағымға ҡаршы йөҙгән һары йомғаҡтай бәпкәгә Зифаның күҙе төштө: кескенә ҡошсоҡ, күпме тырышһа ла, урынынан ҡуҙғалып китергә хәле юҡ. Тормош даръяһында йөҙөргә тырышҡан бисараларҙыр инде беҙ ҙә, тигән уй уның күңелен өтөп алды. Илаған сабыйын нисек тынысландырырға белмәй аптырап ҡалған йәш әсәгә ярҙамға күршеһе Хәмиҙә әбей ашыҡты. Терәлеп торған өйҙән ҡысҡырышҡан тауыштарҙы ишетеп, барыһын да аңлағайны үҙе.

– Самауырым ҡайнап сыҡты. Яңғыҙ сәй эсеүҙәре яманһыу. Иптәшкә үҙеңде Раббым ебәргәндер! Әйҙә, беҙгә ин әле, – тип ҡатын ҡулынан бәләкәй генә сумкаларын алды.
– Хәмиҙә әбей, изге йәнем, рәхмәт! Саҡырған ергә инмәй сара юҡ, – тип, килеп сыҡҡан уңайһыҙ хәл өсөн ғәфү үтенгәндәй, күршеһе артынан атланы. Шул саҡ ата йорто ҡапҡаһына күҙ һалды: унда тынлыҡ урынлашҡан, йортта ла бер йән әҫәре күренмәй. Сабыйын күкрәгенә ҡыҫып, күҙҙәрен йәшер­гәндәй башын эйеп, таныш йортҡа инде ул. Хәмиҙә әбей хәстәрләп биргән һыуҙа ҡыҙсығын йыуындырып алдылар. Бәпәйҙе биләп, имеҙҙе. Ул иһә тыныс­ланып, иҙрәп йоҡоға талды. Бәләкәсен карауатҡа һалғас, Зифа табындан урын алырға йөрьәт итте. Оҙон ғүмер юлы үткән Хәмиҙә әбейҙең һәр кемгә ихлас мөнәсәбәтле кеше икәнен үҙе бала саҡтан күреп үҫте. Иңдәренә яңғыҙы ғына күтәрә алмаҫтай тормош йөгө төшкәндә ғәҙел кешенең йәнә­шәлә булыуына йәш әсә сикһеҙ шат ине. Тамаҡ ялғап алғас, ҡаушап ҡалған ҡатынды тынысландырайым тип, иркә­ләп кенә Хәмиҙә әбей һүҙ ҡушты.
– Әсә булыу бәхетен татығандар бәхет тәмен белә. Раббыбыҙ һине унан мәхрүм итмәгәненә шөкөрана ҡыл. Ер йөҙөнә килергә тейеш сабыйҙы алып ҡайтҡанһың, ҡыҙым. Раббыбыҙҙан көс һәм сабырлыҡ һора. Һораусыларҙың хәжәтен үтәй ул. Әйтһәң – һүҙ сыға, төртһәң – күҙ сыға, тиҙәр бит. Барыһы ла яҡшы булыр. Ә яҡындарыңа асыу тотма! Ваҡыт – иң шифалы дарыу. Ул барыһын да урынлаштырыр, йылдар үткәс, улар ҙа үҙ хаталарын таныр. Үс-үпкә менән йәшәүгә йөрәк йылыңды сарыф итмә. Бала бағыу өсөн күп көс кәрәк. Һуғыш осоронда сабыйҙарын атайҙары күреп тә ҡала алмаған бер быуын кешеләр үҫте инде. Балаңдың атаһы иҫән икән, бәлки, ҡыҙыңа уны күрергә насип булыр, – тип тыныслығын юйған Зифаның рухын кү­тәрергә тырышты. – Ҡыҙыңа ниндәй исем бирҙең һуң?
– Ҡәҙриә.
– Донъялыҡта ҙур ҡәҙер-хөрмәт­кә эйә булыр, Аллаһы бойорһа. Исеменә күрә есеме булһын, – тине ул, Зифаны ауыр уйҙарҙан арындырырға теләп.
Сәй эсеп алғас, йәш ҡатын ял иткәндәй тойҙо. Тик был юлы ғүмерендә тәү тапҡыр тыуған ауылынан тиҙерәк киткеһе килде уның.
– Яҡты йөҙөң, тәмле һүҙең өсөн рәхмәт, әбейем. Юлдағының юлда булыуы шөкөр. Беҙ үҙ мөйөшөбөҙ – дөйөм ятағыбыҙға ҡайтайыҡ инде, – тип күршеһенең ҡунырға ҡалырға ҡыҫтауын кире ҡаҡты.
– Һәр йән үҙ ризығы менән тыуа. Ныҡ бул! Тормош һынауҙарҙан үрелгән бит инде, балам, – тип һөйләнә-һөйләнә Хәмиҙә әбей ҡунағының сумкаһына бер аҙ ауыл күстәнәсе һалды. Хушлашып, автобус туҡталышына тейешле сәғәткә сыҡты Зифа. Ауылдаштарының һораулы ҡараштарына артыҡ иғтибар бирмәй барыу, әлбиттә, еңелдән түгел ине.
– Әле генә ҡайттың, әллә кире китәһегеҙ ҙә инде? – тип һорашҡандарға яуап табыуы ҡыйын булды. Ни саранан бисара бар һорауҙарға ла «эйе», «юҡ» тип кенә яуапланы.

Туҡтаған автобуста буш урындар күп ине. Урынлашҡас, сабыйының тыныслығын боҙмаҫ өсөн, яйлап ҡына йоҡа одеял өҫтөнән бөркәндергән сел­тәрле өсмөйөшөн асып ҡуйҙы. Бала татлы йоҡоға сумған. Шул саҡ ҡола­ғында ғәзиздәренең дорфа һүҙҙәре ҡа­баттан яңғырап киткәндәй булды. Би­тәрләүҙәрен нигеҙле тип һанайҙарҙыр, тик, ни үкенес, Зифаның ғәйебе ниҙә икәненә уларҙың бөтөнләй төшөнгөһө лә килмәне. Мөхәббәт тулҡыны үҙен кескенә һалдай алып, дауыллы диңгеҙгә тиң тормош даръяһына ташлағанын ул һиҙмәй ҙә ҡалды лабаһа. Ул саҡта былай булаһын алдан уҡ белһә ине икән. Их, белгән булһа...

* * *
Уҡырға инеүен дәлилләгән саҡы­рыу ҡағыҙын алыу менән Зифа шатлығынан әсәһен ҡосаҡлап:
– Ә һеҙ төҙөлөш – ҡатын-ҡыҙ эше түгел, унда егеттәрҙе генә алалар, уҡы­тыусы булыр инең, тип өгөтләнегеҙ. Бына, конкурстан үткәнмен бит, – тип ҡулындағы конвертты баш осона күтә­реп болғап алды. Дуҫ-иштәре ситкә китешеп бөткәндә, бер үҙенә ауылда ҡалыуы ифрат күңелһеҙ булыр ине. Уҡытыусылары ла, уҡырға индеме, юҡмы, тип күптән ҡыҙыҡһыналар. Ата-әсәһенең дә хеҙмәттәштәре алдын­да йөҙө яҡты булыр. Мөғәллим бала­һына иғтибар ҙур инде ул. Ғөмүмән, уҡытыу­сылар уҡырға кереү-кермәү күр­һәткесен хеҙмәт һөҙөмтәһе тип һанай. Бар бәхет тап шуға бәйле тиерһең. Был һөҙөмтә түгел, ә һәр нәмәнең башы ғына икәненә һуңыраҡ төшөнә әҙәм балаһы. Һәр кемдең үҙенеке үҙенә, ай күренә йөҙөнә, тип белмәй әйтмә­гәндәрҙер, күрәһең.

Зифа үҙенән күпкә кесе энеһенә: «Хәҙер һин тырышып уҡы инде. Тәр­типле була күр, апайың кеүек. Уҡы­тыусы балаһының юғары исеменә тап төшөрмә», – тип өгөт-нәсихәт бирҙе лә шаярып уның танауын ҡыҫты.
– Кит әле, тилеләндеңме ни? – тип ризаһыҙлыҡ белдергән малай апаһынан ары сигенеү юлын ҡараны. – Ҡасан китә инде, бер үҙемә рәхәт булыр ине, – тип барыһын да хайран ҡалдырып әйтә һалды. Шатлыҡлы хәбәрҙе көтөп алған ата-әсә, бер-береһенең һүҙҙәрен тулыландыра төшөп:
– Оло, кесе була белегеҙ. Донъяла яҡындар бик кәрәк. Һағынышырһығыҙ әле, – тип көлөшөп, барыһын да яйлау яғын ҡаранылар.

...Һөнәр үҙләштереүҙең анһат түгеллеген Зифа ла үҙ иңдәрендә тойҙо. Бирешеп тороусыларҙан түгел ул. Башҡа­лар булдырырлыҡ эш беҙҙән ҡалмаҫ, тигән һүҙҙәрҙе уҡыу асылы итте. Тәүге курста китаптан күҙ алмаған ҡыҙға бүл­мәләштәре мыҫҡыллап ҡараны. Йүләр, ҡатын-ҡыҙ бәхете уҡыуҙа түгел, ә йүнле кейәү эләктереүҙә икәнен үҙ күҙәтеүҙә­ре аша бүлештеләр, шуға ла егеттәр ме­нән танышыу-аралашыу яғын ҡараны­лар. Был маҡсатына Рәзилә айырыуса тоғро ине. Ул байрам саралары, уйын-көлкө ҡороуҙы бүлмәләш­тәре өсөн тә­биғи халәт яһай алды. Егеттәрҙе үҙенә ҡаратыу серен сибәр ҡыҙ яҡшы үҙләш­тергән ине. Кәйеф-сафа ҡорған бүлмә­ләштәренең ҡыланыштары аҡылға һыймағанын аңлаһа ла, бер ни белгертмәне беренсе курс студенты. Рәзилә иһә «китап өсөн тыуған» ауыл ҡыҙының тормош асылын аңламауынан көлә бир­ҙе. Рәхәтләнеп байрам итә башлаһалар, аптырауын күрһәтеп, күҙен тәгәрәтеп ҡарап тик тора шул. Йәш ҡыҙҙы тамаҡ­ҡа љаҙалѓан ҡылсыҡтай тойоп, асыуы килеүен йәшерә алмаған саҡтары ла булды Рәзиләнең. Ярай, үҙ урынын белә инде, исма­һам, тип уның йәнәшәлә йәшәүе менән килеште, түҙҙе.

...Май айы ҡояшы ғына күңелдә сих­ри тойғолар уятырға һәләтле. Зифа ла хуш еҫле сирень, муйыл сәскә атҡанда, тәбиғәт ерҙе тылсым нурына күмгән мәлдә үҙенең беренсе мөхәббәтен осратты. Эйе, ҡыҙ йөрәге сихри хисте күптән көтә ине һымаҡ.
...Ишеккә кемдер үҙенсәлекле итеп шаҡығанда, Зифа бүлмәлә яңғыҙы ине.
«Кем?» – тигән һорауына ул: «Бәй, Дауытты танымайһыңмы ни? Һорап тора тағын», – тигән яуап ишетте. «Рәзиләгәлер», тигән уй менән ишекте шикләнмәй асты ул.

– Рәзилә һуңыраҡ ҡайта. Ул әле уҡыуҙа, – тип Зифа егеттең һорауын да көтмәй яуапларға ашыҡты.
– Аҫыл егеттәрҙе шулай ҡаршылай­һыңмы ни, бәй?! – тигән үпкәһен белдереп, Дауыт түргә үтте. – Эйе, Рәзилә – ауылдашым. Һылыу, һин яңылыша­һың. Мин һинең янға ашыҡтым бит!

Зифа, телгә үткер был егеткә аптыраулы ҡараш төбәп, туҡтап ҡалды. Быны абайлаған егет, тигеҙ аҡ тештә­рен күрһәтеп, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
– Ҡаушама, сибәркәй! Исемең кем әле?
– Зифа.
– Эйе, бындай нескә билле ҡыҙҙың исеме башҡаса булыуы мөмкин түгел. Йыраҡ араны үткән юлсыға сәй ҙә тәҡдим итмәйһеңме ни? – тип һораны ул, хәйләкәр ҡара күҙҙәренән осҡондар сәсрәткәндәй.

– Үтегеҙ, мин хәҙер, – тип ҡыҙ өҫтәлгә сынаяҡтар, шаҡмаҡлы шәкәр, ҡара икмәк, маргарин теҙҙе. Сәй яһаған арала егет: «Зифалығығыҙҙың серенә төшөндөм: ул махсус диетаға бәйлелер», – тип, сумкаһынан балыҡ консерваһы, сыр, йәшелсәләр алып, табынға сығарҙы.

– Ҡыҙарып ултырма әле, зинһар. Шаярттым ғына, – ҡунаҡ үҙе хужабикә­не ҡыҫтарға тотондо. Сәй эскәндә төр­лө мәҙәк һөйләп көлдөрҙө. Бүлмәләш­тәре ҡайтҡансы Дауыт был оялсан ҡыҙ хаҡында үҙен ҡыҙыҡһындырған бар һорауға яуап алғайны инде. Ниһайәт, бүлмәләштәре ҡайтып инде. Ауылдаштар ихлас ҡосаҡлашып күреште. Акаде­мик ялға туҡтаған студент Дауыт уҡыуын дауам итеү иҫәбе менән кил­гән икән. Был көндө лә бүлмәлә күңел асыу, байрам итеү өсөн сәбәп табылды. Дауыттың Зифанан күҙен дә алмауын бүлмәләштәре һиҙҙе. Быға тик Рәзиләнең генә тамам эсе көтөрләне. Тырышһа ла, битараф ҡалып буламы һуң?

– Минең «бывший»ҙың ҡыҙҙарға һыуһаған сағы булғылай шул. Тәү күр­гән ҡыҙҙы аҫылйәр төҫлө ҡабул итә лә ҡуя. Әммә оҙаҡҡа түгел. Күрерһегеҙ! – тип үҙ юрауҙарын ишеттерергә ашыҡты.

Дауыт, ысынлап та, Зифаны бер кү­реүҙә оҡшатты. Оҙон сәсле, ҡуйы зәң­гәр күҙле ҡыҙ егет күңелен әсир иткән­дәй тойолдо. Көҙ уҡыуын дауам итәһе егет яҙ, йәй буйына дөйөм ятаҡта көн итеүҙе хуп күрҙе. Имтихан тапшыраһы ҡыҙға ярҙамлашыу хәйләһе менән егет һәр саҡ уның янында уралды. Бергәләп киноға, театрға йөрөү, парктарҙа ял итеү, сәскә гөлләмәләре бүләк итеү, кисәге һалдаттың наҙлы ҡараштары бушҡа үтмәне: ҡыҙ йөрәгендә Дауыт ныҡлы урын алды. Каникул көндәрендә лә ул булмышы менән тиҙерәк Дауыт янына ашҡынды.

Көҙҙө икеһе лә түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Дөйөм ятаҡтағылар һәр ваҡыт етәкләшеп йөрөгән парға эйәлә­шеп бөттө тиерлек. Шуға йәштәр яҡын арала өйләнешергә йыйына, имеш, ти­гән хәбәргә бер кемдең дә иҫе китмәне. Рәзиләгә генә был яңылыҡ ољшаманы. Диплом алыу осоро ла яҡыная, ә яҡшы ир табыу ышанысы һүрелгән­дән-һүрелә бара. Сибәр­кәйҙең хыялдары селпәрәмә килгәндә, бер мәмәй ауыҙ уның элекке һөйәренә кейәүгә сыҡҡан, имеш. Ашы­ғыс түгел әле, тип Рәзилә ҡарар ҡылды. Зифаны Дауыт әсәләре менән таныштырырға алып ҡайтырға йыйыныуы хаҡында ишеткәс үк, ул тыу­ған ауылына ашыҡты. Зифаны «фаш итеү», йөҙөнә ҡара яғыу ниәтен тормошҡа ашырҙы бүлмәләше. Ауылдағы эштең иң күп ваҡытында йәй буйына тиерлек егетте үҙ янында тиктомалға тотҡанмы ни ул тип, икеле-микеле хәбәр таратты. Ата-әсә күңеленә шик һалыу маҡсатына ирешә алды үҙе иллә-мәгәр.

Улдары танышырға алып ҡайтаһы ҡыҙҙы ата-әсәһе Рәзилә һөйләүе буйынса күҙ алдына килтерә ине инде. Дауытҡа үҙ ҡараштарын аңлатырға ашыҡманы ололар. Егеттең ҡыҙға өйләнешергә тәҡдим яһағанын да белмәнеләр. Был ваҡытта үҙенә бағышлап яҙған шиғырҙарҙы, моңло йырҙарҙы ишеткән ҡыҙ, мөхәббәт мине ситләп үтмәне, тип сикһеҙ шатланды. Оҫта егет үҙен наҙға сорнағанда, күңеле иләҫ-миләҫ булып ҡалды. Ә бына Дауыттың ата-әсәһе, Зифаның һәр эше, хәрәкәтенә алдан уҡ кире баһа биреп, ғәйебен табырға әҙер торҙо. Һуңыраҡ уны хурлап, тиҙ арала Дауыттың ҡыҙға ҡарата күңелен һыуындыра алдылар. Ололарҙың: «Рәзилә кеүек аҡыллы ҡыҙҙар бөткәнме ни?» – тип әйтә һалыуҙары улдарын тамам аптыратты.
Ваҡыт үтә торҙо. Өйләнешергә тәҡдим яһаған Дауыт иһә туй хаҡында ләм-мим. Һөйгәненең үҙенән ситләшә барыуын тойған Зифа ныҡ бөтөрөндө. Әсәһенең «Ирҙәрҙән алданма!» тигән киҫәтеүен иҫкә төшөрөп, төндәрҙә мендәргә ҡапланып оҙаҡ иланы. Ә йөккә уҙыуы хаҡында яратҡан кешеһенә әйткәс, күҙе тамам асылды.

– Минең планыма әлегә бәпәй кермәй! Барыһы ла ризалыҡ менән булды. Һаҡланырға кәрәк ине. Минең ғәйебем бөтөнләй юҡ. Абортҡа бар! – тип ҡырт киҫте Дауыт. Зифа бар хыялдарының селпәрәмә килеүен был һүҙҙәрҙән һуң аңланы. Бәпес тыуғансы бер эш тә ҡулына барманы. Тик имтихандарҙы ваҡытында тапшырыу студенттың кисектергеһеҙ бурысы ине. Эсе йомролана барыу менән Дауыттың уны күрә алмауын ҡатын нығыраҡ тойҙо. Рәзилә менән Дауыттың осрашып йµрµ∆ґєрен күрћє лє, йөрәк әрнеүҙәрен һиҙҙермәҫкәтырышты. Бәләнән ҡотолоу юлдарын эҙләп, Зифа дөйөм ятаҡтың бер мөйөшөндәге ҡыҫыҡ бүлмәһендә йәшәргә рөхсәт алды. Бында буласаҡ әсә иҙән йыуыусы булып эшкә урынлашты.

* * *
Эшләгән аҡсаһы балаһын ҡарарға, аҙыҡ-түлек алырға ла етмәне. Мөхәббәткә иҫергәндәрҙе, алданғандарҙы донъя еле шауҡымы шулай айныта ул, тип мендәргә башын һалып илағандарын Зифа бер кемгә белгертмәне. Бик ауыр саҡтарында һынмаҫҡа, һығылмаҫҡа күнде. Үҙе һынатһа, ҡыҙсығының ер йөҙөндә таянырҙай бер кешеһе ҡалмаясағын аңлай ине ул. Яңғыҙ донъя йөгөн тартыу ауыр икәнен шулай иртә аңланы Зифа. Йәш әсәнең интегеп булһа ла йәшәргә тырышҡанын бер егет күптән күҙәтә ине. Кемдер уның менән ҡыҙыҡһыныуы йәш ҡатындың башына ла инмәне...

Ғәҙелде әсәһенең апаһы ҡарап үҫтергән. Шуға ла яңғыҙ ҡатын михнәттәрен яҡшы белә ине ул. Апаһы гүр эйәһе булғас, үҙен япа-яңғыҙ тойҙо егет. Хәрби хеҙмәттән һуң эшкә барырға булды. Әммә апаһының уны уҡытырға күп көс сарыф иткәнен уйлап, ҡалған бер йылын нисек тә уҡып теүәлләргә ине ниәте. Төҙөлөш мас­теры – кәрәкле һөнәр, ул эшһеҙлектән интекмәйәсәк.

Бер көн Зифаның, бәҙрәф иҙән­дәрен йыуып сығарғандан һуң, буш шешәләрҙе магазинға тапшырыр өсөн ҡапсыҡҡа тултырыуын шәй­ләп љалды Ғәҙел. Ҡатындың сабырлығы, ауырлыҡҡа бирешмәүе, йәшәргә тырышыуы, ихтыяр көсө булыуы егеттең йөрәгенә ятты. Зифа менән танышыу өсөн кисәге һалдат дөйөм ятаҡҡа сантехник бу­лып урынлашты. Эш буйынса аралашыу, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу, кәңәш биреү хеҙмәттәштәргә хас халәт бит.
Ҡасандыр таҫма телле Дауыт ҡара ҡайғы килтергәнгә, хәҙер Зифа ундайҙарҙан йыраҡ торасаҡ. Ғәҙелдең ярҙамға килергә һәр саҡ әҙерлеге, үлсәп кенә һөйләүе баштараҡ Зифа өсөн сәйерерәк тойолһа ла, теле татлының күңеле ҡаты булыуын үҙ иңендә татығанға күрә, ниндәйҙер йылылыҡ, ышаныс менән баҡты ул егеткә. Яңы танышының күңел асырға яратҡан ҡыҙҙарҙы хушһынмауын да аңланы. Йәш кеше, һайланалыр инде, тип уйланы ул. Егет кешенең үҙ тиңен һайлайһы бар. Шул саҡ Зифа, Ғәҙел тураһында йыш уйлана башлауын һиҙеп, үҙен туҡтатты. Ниндәй уйҙар килмәҫ кеше башына...
Зифа, Ҡәҙриәне кейендереп, поликлиникаға юлланды. Ҡала транспортында бала күтәреп йөрөү анһат түгел. Шул саҡ ни күҙе менән күрһен, алдына Ғәҙел килеп баҫты: «Бер үҙеңә ауыр бит. Ниңә миңә әйтмәнең? Әйҙә, бир баланы», – тип ҡыҙсыҡты күтәреп алды ул. Тейешле кабинеттарҙы эҙләп йөрөгәндә: «Шундай ышаныслы кешең булһа ине», – тигән уйынан Зифа ҡыҙарып китте.

Әңгәмәләшеп, тыныс ҡына ҡайтып еттеләр. Ә Ҡәҙриә Ғәҙел ҡосағында иҙрәп йоҡлай бирҙе. Теле менән ҡош тотоп, ҡатын күңелен зәңгәр томанға урарға ашыҡманы егет. Шулай бер аҙ ваҡыт үтте.
Теле менән ҡош тотоп, ҡатын күңелен зәңгәр томанға урарға ашыҡманы егет. Шулай бер аҙ ваҡыт үтте. Әммә дөйөм ятаҡта һүҙ тиҙ йөрөүсән. Танышҡанды – табышҡан, күрешкәнде ҡауышҡан, тип һөйләүсе ғәйбәтселәр тырышлығы ла яҡшы этәргес бирҙе. Бер көндө Зифаға: «Ниңә һуҙырға, инде беҙҙе күптән өйләнештерҙеләр бит. Фәрештәнең «амин» тигәненә тура килһен, тип әйтә ине апайым. Хозур һарайҙар вәғәҙә итмәйем, иллә-мәгәр һинең һәм ҡыҙым өсөн булдыра алғанымды эшләрмен», – тип йөрәгенең иң нескә ҡылына ҡағылды.

– Ҡыҙым, тиһеңме? Битәрләмәҫһең­ме һуңынан? Ана, күпме йәштәр бар. Ашыҡмайһыңмы? Егет кеше бит әле һин, – тип Зифа сабыр ғына уны туҡтатмаҡсы булды. Ғәҙел ир һүҙе бер икәнлеген тиҙ иҫбатланы. Йәштәр законлы никахҡа инде. Ғәҙел Ҡәҙриәне ҡыҙы итеп алды. Татыу ѓына бергә йәшәй башланылар.

Бисараның да тәҙрәһенә ҡояш ҡараны, тиеүселәргә иғтибар итмәне был бәхетле пар. Уҡыуҙарын тамамлап, төҙөүсе һөнәренә эйә булыуға сикһеҙ шатландылар. «Һорағандың ғына хәжәтен Раббым үтәй», – тине Хәмиҙә әбейе. Зифа яҡын күргән күршеһенә хат ћалды. Һөйөнөслө хәбәр оҙаҡ көттөрмәне. Яуап хатында Хәмиҙә әбей ата-әсәһе­нең Зифаны ире менән бергә саҡырыу­ҙары хаҡында яҙғайны.
Читайте нас: