Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 12:58

ПЕТЯНЫ КЕМ АШАҒАН?

.

Венер Исхаков

Беҙҙең ауылда мәрйә әбей йәшәне. Ҡайҙан күсеп килгәнен, исем-шәрифен дә белмәйем. Уны бөтәһе лә Панночка тип атай торғайны. Бәлки, украин милләтенән булғандыр.
Кәзәләрҙе ныҡ яратыуы менән тирә-яҡҡа даны тиҙ та­рал­ды. Үҙе оло булыуға ҡарамаҫтан, кәзәләрҙең иҫәбен илле баштан кәметкәне булманы. Хатта бәрәстәрҙе өйөндә тота, уларҙы балалары һымаҡ күреп, бергә ятып йоҡлай, тип һөйләйҙәр ине ауылда.
Панночка ҡарсыҡтың тағы бер үҙенсәлеге — бөтөн кәзәләренә лә кеше исеме ҡуша торғайны һәм уларҙың һәр ҡайһыһын яҡшы айыра белә.
“Маша, суҡынсыҡ, ҡайҙа юғалып йөрөйһөң?”, “Ваня, Ва­ня, әйҙә ҡайт!” Шундайыраҡ уның “һөйләшеүҙәре” урам­да йыш ишетелә ине. Быға ауыл халҡы ла күнеп бөттө.
Көндәрҙең береһендә әбейҙең бер кәзәһе ҡайтмаған. Көнө буйы эҙләй торғас, ҡурҡыныс табышҡа юлыҡҡан. Тояҡтары, тиреһе генә ҡарағайлыҡта ятып ҡалған. Кемдер һуйып ашаған. Ауыл тирәһендә төрлө ял йорттары, турбазалар етерлек. Бәлки, ситтән килгән кеше бындай енәйәткә барғандыр.
Әбей кисекмәҫтән район үҙәгендәге милицияға шылтыратҡан. Ауылдаштар хәбәренсә, яҡынса ошондайыраҡ һөйләшеү булған:
— Һаумыһығыҙ, һеҙҙе Абҙаҡтан борсойҙар. Бәләгә тарыным, ярҙам итегеҙ. Кемдер бөгөн Петямды һуйып ашаған. — Бындай хәбәрҙе ишеткәс, милиционерҙарҙың нимә уйлағанын яҡынса аңлағанһығыҙҙыр.
— Инәй, һеҙ бер нәмә лә бутамайһығыҙмы? Ниндәй Петя?!
— Ниндәй булһын, ти. Минең бәләкәсем, балаҡайым ул. Иртән күмәкләшеп урамға сығып киткәйнеләр. Башҡа бәпестәрем ҡайтты, ә быныһы юҡ. Эҙләмәгән ер ҡалманы. Аҙаҡ ҡарағай урманында ҡалдығына юлығып, йөрәгем туҡтай яҙҙы. Тирә-яҡ ҡан! Башы ғына ятып ҡалған.
— Һеҙ ниңә юҡты һөйләйһегеҙ? Бындай ҡот осҡос хәлдең булыуы мөмкин түгел.
— Нисек булмаһын, ти. Былтыр ана Олям да көпә-көн­дөҙ юҡ булды. Аҙна үткәс, тояҡтарын ғына табып алдым.
— Тояҡтарын?!
— Эйе, ниңә аптырайһығыҙ?
— Кешенең тояғы буламы? Оля һеҙгә кем була һуң?
— Кәзәм минең. Петя ла кәзәм. Хәҙер инде икенсе бәпесемдең башына еттеләр.
Петя менән Оляның кеше түгел, ә кәзә икәнлеген аңлағас, милиционер шарҡылдап көлөргә тотонған.
— Һеҙ ниңә көләһегеҙ? Кешенең шундай ҡайғыһы...
Бурҙарҙы тапҡандармы-юҡмы, уныһын белмәйем. Панночка әбей ҙә күптән был донъяла юҡ. Ә бит ул ҡарсыҡ ауылыбыҙҙың бер биҙәге булған икән...⠀
Читайте нас: