Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 16:40

"Кешеләр менән туранан-тура аралашыр кәрәк"

-

Уҙған аҙнала Радий Хәбиров республиканың яңыртылған Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашты. Ундағы һөйләшеү халыҡты борсоған барлыҡ мөһим темаларға арналды. Һәм бына бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына туранан-тура кешеләр менән осраша башларға ҡушты. Радий Фәрит улы фекеренсә, былтыр санитар-эпидемиологик сикләүҙәр арҡаһында халыҡ менән бәйләнеш өҙөлдө. Был үҙ сиратында йәмғиәттә көсөргәнешле хәлгә килтерҙе.
– Беҙ кешеләр менән аралашыуҙы, осрашыуҙы туҡтаттыҡ. Тимәк, тура яуаптар бирмәйбеҙ, ни бары ҡағыҙҙа ғына. Һәм был сәбәпле халыҡ нығыраҡ ярһый башланы. Дөйөм алғанда, үткән йыл көсөргәнешле булды: кешеләр күпләп вафат булды, беҙҙең даими сикләүҙәр ҙә халыҡтың ҡәнәғәтһеҙлегенә килтерҙе. Хәҙер тығыҙ аралаша, кешеләр менән бәйләнешкә инә башларға ваҡыт, – тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Башлығы урындарҙа яңы йәмәғәт палаталары составтарын ойошторорға, унда инициативалы һәм үҙенең фекерҙәре булған кешеләрҙе индерергә тәҡдим итте.
– Кешеләр менән аралашығыҙ, даими нигеҙҙә управдомдар эшен яңыртығыҙ. Хакимиәт башлыҡтары шәхси ҡабул итеүҙәрҙе башлаһын. Сөнки халыҡта күп һорауҙар йыйылды, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ. Кешеләрҙе башлыса ябай көнкүреш мәсьәләләре борсой – кемдеңдер ҡарын насар таҙарталар, ҡайҙалыр подъездар бысраҡ. Ә өсөнсөләренең эше юҡ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: