Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 12:50

Хәйбуллалар Йылайырҙарҙы 8:2 иҫәбе менән еңде

Хоккей турниры Сибай ҡала округы хакимиәте тарафынан Урал аръяғы муниципалитеттары араһында дуҫлыҡ, берҙәмлек һәм хеҙмәттәшлек итеүҙе нығытыу маҡсатында ойошторолған. Унда Баймиаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары, Сибай ҡалаһы спортсылары ҡатнаша. //

Бүребай ауылында хоккей буйынса турнирҙа Хәйбулла һәм Йылайыр райондары спортсылары араһында көсөргәнешле уйын үтте. Майҙан хужалары ҡунаҡтарҙы 8:2 иҫәбе менән еңде.
Хоккей турниры Сибай ҡала округы хакимиәте тарафынан Урал аръяғы муниципалитеттары араһында дуҫлыҡ, берҙәмлек һәм хеҙмәттәшлек итеүҙе нығытыу маҡсатында ойошторолған. Унда Баймиаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары, Сибай ҡалаһы спортсылары ҡатнаша.
Спортсылар 2 төркөмсәгә бүленде:
1 –Йылайыр һәм Хәйбулла райондары;
2—Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы.
Финал уйындар 28 ғинуарҙа Сибай ҡалаһында “Ирәндек” боҙ майҙанында үтә.
Читайте нас: