Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 01:15

ФАЙҘАЛЫ_КӘҢӘШ

Кер һабыны ғына тимә уны. Ҡулланыу даирәһе киң икән. Был йәһәттән кәңәштәрҙе сайтта уҡығыҙ.

* Сәстәрең оҙон, ҡуйы булһын, ҡауаҡтан ҡотолам, тиһәң, кер һабынынан да шәбен тапмаҫһың. Башта шампунь, шунан һабын менән йыуып, аҙаҡ бер нисә тамсы һеркә менән сайҡарға кәрәк. Был ысул майлы сәслеләргә килешер.* Тире йәшәрһен өсөн аҙнаһына 2 тапҡыр кер һабыны менән йыуырға кәрәк. Һуңынан биткә балалар кремы һыларға кәрәк.

* Ҡайын миндеген кер һабыны иретмәһендә ебетеп сабыныу тирене таҙарта.

* Тымауҙың беренсе билдәләренән үк һабын иретмәһе ярҙам итер, уны мамыҡҡа һеңдереп танау ҡыуышлығын эшкәртергә кәрәк.
* Аяҡтағы бәшмәктән бик шәп сара. Щетканы һабынлап боҙолған урынды йыуырға, аҙаҡ йод һөртөргә.
* Теш щеткаһын кер һабыны иретмәһе менән эшкәртеп төнгөлөккә ҡалдырырға. Был ысул микробтарҙан ҡотолорға булышыр.

* Шеште, биттәге күкте бөтөрөү өсөн һабынды ебетеп тирегә һөртөргә. Быны көнөнә 1-2 тапҡыр ҡабатларға кәрәк.
* Эрендән ҡотолоу өсөн. Һуған, шәкәр ҡомо, һабынды 1:1 нисбәтендә алып бутарға. Ошоно йоҡлар алдынан шешеккә һылап бинт менән урарға.

* Үксә ярылғандан 1 балғлаҡ сода, 1 аш ҡалағы ҡырылған кер һабыны һалынған 2 литр һыуға төшөрөргә.
* Ҡояшта бешкәндә кер һабыны һыларға. Был тиренең ҡыҙарыуынан һәм күпереүҙән ярҙам итер.

Альмира Аюпова

Читайте нас: