Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 18:18

Өфөлә йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәренә йылытыу өсөн сумма яңынан иҫәпләнә

-

Өфөлә йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәренә йылытыу өсөн сумма яңынан иҫәпләнә, тип хәбәр итте Өфө мэры Сергей Греков хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда «Өфө инженер селтәрҙәре» предприятиеһы декабрь өсөн түләү ноябрҙекенән 42% күберәк булһа, йылытыу өсөн хаҡты яңынан иҫәпләргә әҙер булыуын раҫланы.
«Беҙ «Өфө инженер селтәрҙәре» менән түләүҙәрҙе ойоштороу тураһында килешеүгә өлгәштек. Ғаризалар 26 ғинуарҙан ҡабул ителә. Халыҡ февраль квитанцияларында аҡсаны кире ҡайтарыуҙы күрә ала», — тип билдәләне Сергей Греков.
«Өфө инженер селтәрҙәре» предприятиеһында белдереүҙәренсә, ғариза өлгөһө һәм уны ҡабул итеү тураһында мәғлүмәт предприятиеның сайтына урынлаштырыла.
БашРТС клиенттарына яңынан иҫәпләрҙәрме-юҡмы, әлегә билдәһеҙ.
Фото: Валерий Шахов.
Читайте нас: