Хәйбулла хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 19:38
Ете кеше һауыҡҡан
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 2250901 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 7143.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 168 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 23242 -гә етте.
Һауыҡҡандар – 17394 (һуңғы тәүлектә 7 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 175.
Республика стационарҙарында – 543 (шул иҫәптән 51 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 15-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 5130 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 2250901 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 7143.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 162 кеше асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 158 кеше дауахананан сығарылған.
Уяулыҡты юғалтмағыҙ - вирустың үтә мәкерле һәм аяуһыҙ икәнлеген иҫтән сығармағыҙ, санитар эпидемиологик талаптарҙы үтәгеҙ, дуҫтар!
Фото: rbk.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ete-keshe-aui-an-647943/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?