Төшөрөп алған ир кисен өйөнә ҡайта. Өйҙәш ҡатыны ла был ваҡытта ҡыҙмаса була. Иҫерек ир менән ҡатын араһында бер мәл ғауға сыға. Бер-береһенең ҡайҙа, кем менән йөрөүҙәрен, эсеүҙәрен тикшерә башлайҙар. Әллә эсеүҙән, әллә көнләшеүҙән үҙ-үҙен белмәҫ хәлгә еткән ҡатын иргә бысаҡ менән сәнсә.