Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 18:28

Башҡортостанда 81 йәшлек ир-уҙаман халыҡты хайран ҡалдыра

-

Николай Саранчин ғүмере буйына сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай. Йәш сағында йәл әйләнәһенә көн һайын шортик кейеп һәм ялан аяҡ ҡала буйлап йүгергән. Хәҙер ҙә ул еңел генә шпагатҡа ултырырға, бер нисә саҡрым араны йүгереп үтергә йәки ауыр асана күрһәтергә мөмкин.

Һуңғы йылдарҙа еңелерәк шөғөл һайлаған - көнсығыш бейеүҙәре һәм вальс менән мауыға. Хәтерен нығытыу өсөн романстар ятлай.

Ул үҙенең баҡсаһында үҫтергән йәшелсә, еләк-емеш менән туҡлана. "Виктория" еләге ғүмерҙе оҙайта, тип ышана Саранчин. Ҡуй итенә, майына өҫтөнлөк бирә.

Николай телевизор ҡарамай, телефондан һөйләшмәй. Айына бер тапҡыр ҡалаға бара, бөтә яңылыҡтарҙы радионан тыңлай. Коронавирус тураһында ишеткән, ләкин артыҡ әһәмиәт бирмәгән. Кемдәр һаулығын һәм күңел тыныслығын һаҡлай, уларға бер ниндәй вирус та ҡурҡыныс түгел, ти.☝☝☝

Сығанаҡ: "Туймазинский вестник"
Башҡортостаным/яңылыҡтар.
Читайте нас: