Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 16:35

Башҡортостан Башлығы республикала халыҡҡа вакцинация үткәреү өсөн инфраструктура әҙерләргә ҡушты

-

Башҡортостан Башлығы республикала халыҡҡа вакцинация үткәреү өсөн инфраструктура әҙерләргә ҡушты.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанға 13 мең 842 доза вакцина килтерелде. Вакцинаның беренсе компоненты бөтәһенә лә яһалды. Прививка эшләткәндәрҙең 38,5 проценты икенсе компонентты алды.
«Ғинуар-февралдә 151 мең доза вакцина көтөлә. 72 медицина учреждениеһында вакцинация пункты эшләй, тағы 13 пункт асылырға тейеш. Предприятиеларға сығыу өсөн күсмә пункттар ҙа ойошторола, беренсе тәжрибә булды ла инде – социаль учреждение хеҙмәткәрҙәренә прививка эшләнде», — тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
«Коронавирус проблемаһын хәл итеүҙең төп юлы – вакцинация. Шуға күрә вакцина яһап өлгөрөү өсөн инфраструктура әҙерләргә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Фото: Валерий Шахов.
Читайте нас: