Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 00:57

Ауылды мәсет йәмләй!

Һуңғы йылдарҙа ауылдарыбыҙҙы йәмләп, ҡот һәм иман таратып мәсеттәр төҙөлә. Аҙан тауышы яңғыраған ауылдарға бәрәкәт һәм йәм ҡайта, халыҡ дингә тартыла. //

Һуңғы йылдарҙа ауылдарыбыҙҙы йәмләп, ҡот һәм иман таратып мәсеттәр төҙөлә. Аҙан тауышы яңғыраған ауылдарға бәрәкәт һәм йәм ҡайта, халыҡ дингә тартыла.
Ошо көндәрҙә Хәйбулла районының Аҡташ ауылында ла иман йорто асылды. Уны төҙөүҙә фермер Борис Абдуллиндың өлөшө ҙур: олатаһының яҡты рухына бағышлап, уның исемен биреп, ауылдаштарына тиҙ арала мәсет төҙөп тә ултыртты. Ауыл халҡы күмәкләшеп иман йортоноң нигеҙен һалыу, күтәреү, башын ябыу кеүек өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан.
"Әхмәтдин" мәсете - ҙур булмаған ауылды нурға күмер, иман килтерер, ҡот-бәрәкәт өҫтәр. Аллаһ йортона килеүселәр һаны артыр, йома намаҙҙары уҡылыр, дини байрамдар үтер, тигән ышаныста ауыл халҡы ла.
Әйткәндәй, Хәйбулла районында бөгөн 24 мәсет эшләй, яңылары төҙөлә.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: