Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2021, 01:44

ЮХХДИ РЕЙДТАР ҮТКӘРӘ

Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов водителдәрҙе яңы рейдтар тураһында иҫкәртте, тип яҙа “Башинформ”. Ял көндәрендә республика юлдарына юл-патруль хеҙмәтенең өҫтәмә экипаждары сыға. //

Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов водителдәрҙе яңы рейдтар тураһында иҫкәртте, тип яҙа “Башинформ”. Ял көндәрендә республика юлдарына юл-патруль хеҙмәтенең өҫтәмә экипаждары сыға.
«Тәжрибә күрһәтеүенсә, ошондай иҫкәртеү сараларын уҙғарыу юлдағы хәлдәрҙә ыңғай сағылыш таба, иҫерек, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителдәрҙе транспорт ағымына индермәҫкә ярҙам итә», — тине Динар Ғилметдинов.
Әйткәндәй, юл полицейскийҙары яңы йыл алдынан да ошондай саралар үткәрҙе һәм водителдәр, шул иҫәптән йәйәүлеләр араһында тиҫтәләрсә ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын асыҡланы.
Башинформ
Читайте нас: