Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2021, 01:36

Мини-футбол турниры

Спорт сараһы Илгиз Аликбаев һәм Денис Тлявҡабулов иҫтәлегенә арналды //

Аҡъяр ауылының физкультура-спорт комплексында Илгиз Аликбаев һәм Денис Тлявҡабулов иҫтәлегенә арнап, мини-футбол буйынса турнир үтте.
Турнирҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлеге, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, 1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәре, муниципаль район хакимиәте, “Беҙҙең йорт” магазины, эшҡыуарҙар командалары ҡатнашты.
Бөтә уйындар ҙа ҡыҙыу барҙы, еңеүгә сәм юғары булды.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса муниципаль район хакимиәте командаһы еңеү яуланы. Икенсе урынды-- Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлеге, өсөнсө урынды --Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе футболсылары алды.
Еңеүселәр һәм призерҙарға кубок, миҙал һәм иҫтәлекле бүләктәр бирелде
Читайте нас: