Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2021, 01:56

2021 йылда уҡыусылар өсөн сығарылыш имтихандарының нисек ойошторолоуы билдәле булды

Имтихандар ҡасан башлана?

2021 йылда уҡыусылар өсөн сығарылыш имтихандарының нисек ойошторолоуы билдәле булды

11-се кластар өсөн:

■ Берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы 31 майҙан июнь аҙағына тиклем уҙғарыла;

■ Ун беренселәр йомғаҡлау иншаһын 1 апрелдә яҙа. Шулай уҡ яҙ көнө уҡыусылар һайлаған фәндән бер контроль эш яҙырға тейеш;

■ Быйыл сығарылыш класс уҡыусылары информатиканы компютерҙа тапшыра;

■ Математиканан база кимәлендәге берҙәм дәүләт имтиханы булмай;

■ Юғары уҡыу йорттарына инергә йыйынмаған уҡыусылар БДИ урынынан рус теленән һәм база кимәлендәге математиканан дәүләт сығарылыш имтиханы тапшыра.

9-сы кластар өсөн:

■ 9-сы класс өсөн аттестат ике мотлаҡ фәндән - рус теленән һәм математиканан дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре нигеҙендә генә бирелә;

■ Туғыҙынсылар һайлаған фәндәрҙән төп дәүләт имтиханы бирмәй.

Сығанаҡ: "Башинформ"
Читайте нас: