Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2021, 23:33

ЗӨҺРӘ БУРАҠАЕВА КИНЕМАТОГРАФИСТАР СОЮЗЫ РӘЙЕСЕ ИТЕП ҺАЙЛАНДЫ

Ҡарар Башҡортостан Республикаһы Кинематографистар союзының офлайн һәм онлайн уҙғарылған отчет-һайлау йыйылышында ҡабул ителгән. Берекмә етәксеһе вазифаһына ике кандидатура – режиссер Айнур Асҡаров һәм Зөһрә Бураҡаева дәғүә иткән. //

Драматург һәм сценарист Зөһрә Бураҡаева күпселек тауыш менән Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союзына рәйес итеп һайланды.

Ҡарар Башҡортостан Республикаһы Кинематографистар союзының офлайн һәм онлайн уҙғарылған отчет-һайлау йыйылышында ҡабул ителгән.
Берекмә етәксеһе вазифаһына ике кандидатура – режиссер Айнур Асҡаров һәм Зөһрә Бураҡаева дәғүә иткән.

Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союзында 33 кеше ағза булып тора. Быға тиклем ижади берекмәне республикала билдәле кино эшмәкәре Фәрит Ғәбитов етәкләне. Ул 2020 йылдың ноябрендә вафат булды.

(“Башинформ” мәғлүмәттәренә таянып әҙерләнде)
Читайте нас: