Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2021, 22:49

Бүребайҙа хоккей турниры үтте

Боҙ майҙансығында Аҡъяр, Бүребай һәм Татыр-Үҙәк командалары осрашты.//

Бүребайҙа Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арналған ир-егеттәр командалары араһында хоккей буйынса турнир үтте.
Боҙ майҙансығында Аҡъяр, Бүребай һәм Татыр-Үҙәк командалары осрашты.
Турнир хужалары Татыр-Үҙәк спортсыларын 7:2, ә район үҙәге хоккейсыларын 7:3 иҫәбе менән еңде. Аҡъяр һәм Татыр-Үҙәк командалары араһында осрашыу, Аҡъяр спортсыларының файҙаһына 6:2 иҫәбе менән тамамланды.
Команда урындары түбәндәгесә билдәләнде:
1-се урын—Бүребай командаһы;
2-се урын—Аҡъяр командаһы;
3-сө урын-Татыр-Үҙәк командаһы.
Читайте нас: