Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2021, 23:22

Аҡташта мәсет асылды

Фермер Борис Хәмитйән улы Абдуллин ауылдаштарына бына шундай матур бүләк эшләне. Уны төҙөүҙә ауыл халҡы ла, урындағы фермерҙар ҙа әүҙем ҡатнашты. //

Аҡташ ауылы халҡы өсөн бөгөн, ысынлап та, иҫтәлекле көн, ҙур байрам - ауылда мәсет асылды.

Фермер Борис Хәмитйән улы Абдуллин ауылдаштарына бына шундай матур бүләк эшләне. Уны төҙөүҙә ауыл халҡы ла, урындағы фермерҙар ҙа әүҙем ҡатнашты. Фермерҙарҙың изге эштәрҙе башлап, ойоштороп йөрөүҙәре, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл.

Районда әлеге ваҡытта 24 мәсет эшләп килә, яңылары асыла.
Мәсет булған ерҙә - иман да булыр, тигән боронғолар. Аҡташ ауылы мәсете лә ауылға иман килтерер, ҡот өҫтәр. Иман йорто тарихи ҡомартҡы ғына булып ҡалырға тейеш түгел, унда йөрөүселәр һаны ла артһын. Илдәр тыныс булһын, сәләмәт булайыҡ.
Читайте нас: