Затон биҫтәһендә поликлиника бинаһында төҙөлөш эштәре тынғаны юҡ. Киләһе йылға киң майҙанда өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла хеҙмәтләндерәсәк заманса учреждение сафҡа инер тип көтөлә. Ете һәм биш ҡатлы ҡапма-ҡаршы урынлашҡан корпустарҙа көнөнә 900 пациент ҡабул итерлек шарттар булдырыла. Улар өсөн поликлиникала ҡабул итеү, процедуралар, рентген, маммография, компьютер тамографияһы булған кабинеттар асыласаҡ.