«Тәжрибә күрһәтеүенсә, ошондай иҫкәртеү сараларын уҙғарыу юлдағы хәлдәрҙә ыңғай сағылыш таба, иҫерек, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителдәрҙе транспорт ағымына индермәҫкә ярҙам итә», — тине Динар Ғилметдинов.
Әйткәндәй, юл полицейскийҙары яңы йыл алдынан да ошондай саралар үткәрҙе һәм водителдәр, шул иҫәптән йәйәүлеләр араһында тиҫтәләрсә ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын асыҡланы.