Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 12:31

Республикала фура менән юл-транспорт ваҡиғаһында ике өлкән кеше һәм ике бала һәләк булған

-

Башҡортостанда 22 ғинуарҙа иртән трассала үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, М-5 Һамар – Өфө — Силәбе автомобиль юлының 1483-сө саҡрымында Volkswagen Polo һәм Mercedes йөк машинаһы бәрелешкән.
Ҡот осҡос аварияла еңел автомобилдәге дүрт кешенең: рулдә ултырған ҡатынтың, ирҙең һәм ике баланың ғүмере өҙөлгән.
Мәғлүмәт аныҡлана, урында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр эшләй.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәттәре
Читайте нас: