Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 13:31

Милли үҙаңдың нигеҙен нығытып

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов билдәләүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән тормошҡа ашырылған Башҡорт тарихы йылы проекты республика Хөкүмәтенең дөйөм эше һәм маҡсаттарына ауаздаш. //

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов билдәләүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән тормошҡа ашырылған Башҡорт тарихы йылы проекты республика Хөкүмәтенең дөйөм эше һәм маҡсаттарына ауаздаш.

«Башҡортостанда 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң фундаменталь тарих фәнен тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһы әҙерләнә. Совет заманында беҙҙең тарихты өйрәнеүҙә һиҙерлек уңыштар булды, ул саҡта Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһын һәм докторантураһын тамамлаған белгестәр Башҡортостанға ҡайтып, тарих фәненең алтын бағаналары булдылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы осорҙа бындай кадрҙар алмашыныуы туҡтаны. Алдынғы ғалимдарҙы беҙ Рәсәйҙең төп уҡыу йорттарында әҙерләргә тейеш, тип иҫәпләйбеҙ һәм был йоланы тергеҙергә теләйбеҙ», — тине Азат Шамил улы.
Вице-премьер шулай уҡ Санкт-Петербург ҡала прокуратураһының яңыраҡ ҡына киң таралған ҡарарҙарын да телгә алды. Уның фекеренсә, был хәл башҡорт халҡының тарихи шәхестәрен өйрәнеү һәм исемдәрен мәңгеләштереү эшенең мөһимлеген генә күрһәтә.
Ниндәйҙер кимәлдә беҙ тарихыбыҙҙың бер өлөшөнөң хәтерҙән юйылғанын күрәбеҙ. Санкт-Петербургтан килгән һәм Башҡортостан йәмәғәтселегендә шаңдау булып яңғыраған яңылыҡты шуға миҫал итеп килтерергә була. Зәки Вәлидиҙең бюсын алыу талабын прокуратура ниндәй дәлилдәргә таянып еткереүен беҙ белмәйбеҙ. Шулай ҙа, күп ҡырлы фекер йөрөткәндә, беҙгә әле билдәле булмаған һәм Вәлидиҙең тормошона бәйле булған архив материалдарының донъяла барлығын күҙ алдына килтерһәк, эс бошорғос хәл килеп сыға. Башҡорт тарихының ҙур бер өлөшө йәмғиәттең күҙ алдынан юғала. Шуға ла беҙгә был мөһим тарихи осорҙоң бөтә шәхестәрен дә берҙәй өйрәнергә тейешбеҙ. Тап ошо исемдәрҙең халыҡ араһында әллә ни билдәле булмауы бының кеүек хәлдәргә сәбәп булып тора. Йәмғиәтебеҙҙең үҙаңы, милләттең рухи нигеҙе ныҡлы булһын өсөн, беҙгә был исемдәрҙе халыҡ хәтеренә ҡайтарыу зарур. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен йәмғиәт зауығына таянып планлаштырғаны йәнә күренде. Башҡорт тарихы йылы проектын ғәмәлгә ашырыу бөгөн үтә ныҡ кәрәк», — тип иҫәпләй Азат Бадранов.
Читайте нас: