Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 13:02

Льготалы ипотека яңынан тергеҙелә

-

Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәрҙә беренсел торлаҡ баҙарында хаҡтар күтәрелеүенә борсолоуын белдерҙе.
“Бөгөнгө көндә торлаҡ баҙарында тигеҙһеҙлек күҙәтелә. Фатир һатып алыусылар өсөн уңайлы программалар бик аҙ. Хаҡтар һәм халыҡтың мөмкинлеге тигеҙ булырға тейеш. Бының өсөн бер нисә программа проектын булдырыуҙы һорайым,”- тине ил башлығы.
Иҡтисад һорауҙары буйынса кәңәшмәлә В.В.Путин торлаҡ төҙөлөшө өлкәһенә лә туҡталды. Рәсәй лидеры белдереүенсә, төҙөлөш өлкәһенә йылына 120 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү мәсьәләһе ҡуйылған. Уҙған йыл иғтибарһыҙ ҡалған 6,5% ставкалы льготалы ипотеканы тергеҙеү кәрәклеген дә иҫкәртте.
Был программа буйынса йыл һайын триллион һум аҡса бүленә, уҙған йыл 350 мең ғаилә программаны файҙаланып, торлаҡ һатып алған.
#ВВПУТИН
Автор: Әлфирә Үҙәнбаева.
Читайте нас: