Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 11:54

“Күршеләр” проекты вайндары халыҡ һөйөүен яулай

.

Социаль селтәрҙәр менән ҡулланыусылар ауыл, ауыл кешеләре тормошон һүрәтләүсе “Күршеләр” проектының вайндарын кинәнеп күҙәтә. Хатта бер генә ҡыҫҡа видеояҙманы ла утыҙ-ҡырҡ мең кеше ҡарай. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актерҙары Фәнил Ҡарасурин менән Сәлимә Солтангәрәеваның ижад емеше булған был сюжеттарҙың уңыш серҙәрен белер өсөн беҙ вайндарҙы төшөрөү майҙанына йүнәлдек. Сираттағы сериялар Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылында төшөрөлдө, актерҙар менән бергә сюжетта төшөп, эш ауырлыҡтарын өйрәнеп, уңыш серҙәрен белеп ҡайттыҡ.
Һүҙҙе шунан башлау дөрөҫ булыр буғай. “Вайн” тигән ят һүҙ ул сит телдән килеп ингән. Ҡыҫҡа ғына ролик тигәнде аңлата. Уның уңышы ла шунда – хәҙер кешеләр оҙон-оҙаҡ видео ҡарап ултырырға күнекмәгән бит. Шуға ҡыҫҡа сюжетлы видеояҙмалар көндән-көн киң тарала бара, төрлө социаль селтәрҙәрҙә уларҙы йыш ҡулланалар, төшөрәләр, ҡарайҙар. Әммә, әлбиттә, һүҙ “Күршеләр” проектының да уңышы нәҡ ҡыҫҡа сюжет төшөрөүгә генә ҡайтып ҡала тигәнде аңлатмай әле. Видеоларҙағы тормош беҙҙең өсөн таныш: ауыл, күршеләр, һүрәтләнгән ваҡиғалар, кисерештәр – барыһы ла күңелгә үтеп инерлек, ә инде төшөрөлгән вайндар тамашасыны әүрәтмәй ҡалмай.
...Шулай итеп, Күсәрбайға юл тоттоҡ. Юл ыңғайы проект авторҙары, операторҙары, бер юлы режиссерҙары һәм продюсерҙары ла булған Фәнил һәм Сәлимә менән әңгәмә ҡорҙоҡ. “Барыһын да үҙебеҙ башҡарабыҙ”, – тип һүҙ башланы йәштәр. Баҡтиһәң, Низамды, участка полицияһын да һәм башҡа ролдәрҙе лә актерҙар үҙҙәре уйнай, видеоны үҙҙәре монтажлай. Мәфтүхә әбейҙе һәм олпат Ғабдулла олатайҙы, яңы ғына сериалға инеп киткән герой Низам бабай ролен Фәнил башҡарһа, ә геройҙарҙың ут күршеләре Майсараны Фәнилдең ҡатыны һәм коллегаһы Сәлимә уйнай. Боевик, драма жанрҙары ла ҡулланып төшөрөлгән был комедияларҙың төп шарты ла бар икән – сериал мотлаҡ ауылда төшөрөлөргә тейеш!
Ике-өс минутлыҡ видео нигеҙендә ике-өс сәғәтлек эш ята

– Фәнил, Сәлимә, башта үҙегеҙ менән танышып үтәйек әле.
Фәнил: Бик күп персонаждар ҡатнашҡан кеүек тойолһа ла видеоларҙы беҙ кәләшем менән икәү генә төшөрәбеҙ. Ҡалала беҙҙе Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе актерҙары булараҡ таныйҙар. Ҡалаға килеп эшләй башлауыбыҙға өс йыл ваҡыт үтеп китте инде хәҙер. Үҙем тыумышым менән Ейәнсура районы Ярғайыш ауылынан булам, кәләшем – Сибай ҡалаһынан. 2017 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының актерлыҡ оҫталығы бүлеген тамамланым, Сәлимә лә ошо уҡ бүлекте бер йылға һуңыраҡ тамамланы. Хеҙмәт юлымды Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында башланым, унан Стәрлетамаҡҡа килеп төпләндек.
– Күп осраҡта уңыш тәүге эш һөҙөмтәһенән тора, тәүге вайнығыҙ нисек килеп сыҡҡайны?

Фәнил: Тәүге вайнды йыл ярым элек төшөргәйнем. Ул үҙемдең тормоштан сығып төшөрөлдө: ауылда өләсәй ашарға саҡыра, ә һин телевизор ҡарап йә башҡа әйбергә әүрәп ултырып онотолоп китһәң, асыулана торған – таныш хәлме? Тап ошо осраҡты видеоға төшөрҙөм. Әҙерәк ҡабартып, актерлыҡ оҫталығымды файҙаланып, ҡыҙыҡлы, юморлы итеп был
хәлде аңлатырға, күрһәтергә тырыштым. Тамашасыға оҡшап ҡалды.

– Вайндар төшөрөү ауырмы, бының өсөн нимә кәрәк?

Сәлимә: Вайнды төшөрөү ауыр түгел, уны һәр кем төшөрә ала, сөнки видео төшөрөр өсөн кеҫә телефоны ла етә. Иң мөһиме: идея кәрәк! Кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ, аптыратырлыҡ, көлдөрөрлөк, уйландырырлыҡ, ғөмүмән, хистәренә барып етерлек булһын. Кемдер шәхси блогтарын алып барып, үҙенең һәр бер аҙымын видеоларға төшөрә, икенселәр эшләгән эштәрен, һөҙөмтәләрен күрһәтеп бара. Үҙебеҙгә килгәндә, башҡалар кеүек тиҙ генә төшөрөп, һала һалып бармайбыҙ, һәр һалынған бер-ике минутлыҡ видео артында 2-3 сәғәтлек видео төшөүҙәр, монтаж, ялғауҙар тора, йәғни һәр өтөрө, нөктәһенә тиклем уйлап эшләйбеҙ. Эшләп-эшләп тә, ҡайһы берҙә оҡшамаған видеолар ҙа бар беҙҙең, ундайҙарҙы интернетҡа һалып та тормайбыҙ.
Аҡса эшләүме, әллә миллимәҙәниәтте күтәреүме?

– Видеоларҙы ниндәй маҡсат менән башланығыҙ? Был эш килем килтерәме? Сөнки күптәр ана шул килем алыу өсөн башлай бит бындай проекттарҙы.

Сәлимә: Актер булараҡ, беҙгә һәр ваҡыт ижади эҙләнеү, сәхнә, халыҡ алдында сығыш яһау – тәбиғи. Беҙ спектаклдәр, премьералар алдынан көсөргәнешле эшләйбеҙ, күпме әҙерләгән, түҙемһеҙләнеп көткән сара үтә лә китә. Ә унан һуң яңы эш башлағанға тиклем ҡапыл бушлыҡ була, был ваҡытты бушҡа үткәрмәҫ өсөн видеолар төшөрә башланыҡ. Тәүҙә берәү, шунан икенсеһе, артабан сериалға әйләнеп үк китте. “Күршеләр” проекты, ғөмүмән, сериал булыр тип уйламай ҙа инек.

Фәнил: Вайндар минең өсөн сәхнәлә күрһәтә алмаған образдар, фекерҙәремде еткереү асылы ла булып тора. “Инстаграм”да, ысынлап та, күптәр аҡса эшләй, әммә үҙемә башта уҡ ундай маҡсат ҡуйманым. Интернет селтәрендә башҡорт халҡының йолаларын, халыҡсан һүҙҙәрҙе, лаҡаптарҙы ҡулланып, контент булдырыу, заман шарттарына ярашлы, йәштәр күпләп ултырған социаль селтәрҙәрҙә күрһәтергә теләгәйнем. – Социаль селтәрҙәр бик күп, әм мә береһе киң ҡулланылһа, икенсеһе тарихҡа бата. “Инстаграм”, “Бәйләнештә” лә шулай бер заман тарихта ҡалһа, аудиторияң юҡҡа сыҡмаҫмы? Фәнил: Минең өсөн был мөһим түгел, идеяларға ҡытлыҡ булмаһын, ә аудиторияһы ла, майҙаны ла һәр саҡ булыр. Ваҡытың, әйтер фекерең, яңылығың, яңы ҡарашың булһа, социаль селтәрҙәрҙең төрлөһөндә лә эшләргә, халыҡты ҡыҙыҡһындырырға мөмкин.
План буйынса түгел, йөрәк ҡушыуына ярашлы

– “Күршеләр” сериалының дауамын түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ, әҙер сценарийҙарға ҡытлыҡ юҡмы, өлгөрөп буламы?

Сәлимә: “Күршеләр”ҙең киләһе серияһында нимә булырын бер кем дә белмәй, хатта үҙебеҙ ҙә. План буйынса төшөрөлгән сценарий ҙа юҡ. Тәүҙә әйткәнсә, ул сериал булыр, сюжет нисектер үҫешер тигән план булманы.
Аҙағы ла, нөктә лә ҡуйылыр тип уйламайым әлегә, шулай ҙа сериянан- серияға дауам итеп барабыҙ. Ә ниңә был сериал тамамланырға тейеш? Киләһе серияға этәреүсе көс бар, ул – комментарийҙар. Тәүге видеонан һуң шундай ҡыҙыҡлы комментарийҙар яҙа башланылар, хатта үҙебеҙҙең дә киләһе серияны күрге килде. Артабан да комментарийҙар артынан күҙәтә барҙыҡ, бик күптәр киләһе серияны көн кеүек асыҡ булғандай фаразлай башлаһа, сюжетты икенсе яҡҡа текә итеп бороп ебәрҙек. Йәнә көтөлмәгәнсә, йәнә ҡыҙыҡ...
– Сериал геройҙарының прототиптары бармы, әллә уйлап сығарҙығыҙмы? Видео ҡараусыларҙы был да ҡыҙыҡһындырмай ҡалмайҙыр...

Фәнил: Уйлай китһәк, һәр ауылдың үҙ “хәбәр муҡсайы”, үҙ алдаҡсыһы, мутлашыусыһы, ғауға сығарыусыһы бар. Шуға һәр кем беҙҙең геройҙарҙа кемделер таныйҙыр, күршеләрен төҫмөрләйҙер. Иң мөһиме: вайндарҙы ҡараусы геройҙарҙың етешһеҙлеген үҙендә күреп, холҡон төҙәтә һалһа, яҡшы сифатын табып, уны үҫтерһә – беҙҙең өсөн был ҙур еңеү, илһам сығанағы, алдағы серияны төшөрөүгә этәргес! Бында, әлбиттә, һүҙ кемделер фашлау тураһында бармай бит, ә юмор аша нәҡ дөйөм етешһеҙлектәрҙе фашлау, башҡорт милли мәҙәниәтен, телен киң ҡатлам видео ҡараусыларға еткереү маҡсаты тора. Иң мөһиме: күршеләрегеҙ менән дуҫ-татыу булып йәшәгеҙ!
Ысынлап та, күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиҙәр. Һәр кемгә лә күршеләре менән аралашып, бергәләп донъя көтөргә тура килә, ауылда иһә күрше менән берҙәм йәшәү бөтөнләй ҙур мәғәнәгә эйә. Шуға артабан да йәш актерҙарҙың социаль селтәрҙәге эшмәкәрлеген күҙәтеп барайыҡ, фәһем дә алайыҡ, Ғабдулла, Мәстүрә, Майсара һәм башҡа геройҙарҙың яҡшы сифттарын үҙебеҙҙә һеңдерәйек. Ә “Күршеләр” проектына тик уңыштар ғына юлдаш булһын!
Автор: Эльдар Фаттахов
Читайте нас: