Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 12:58

Ер аҫтында – “аҡыллы техника”

-

Етештереүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү, сығымдарҙы кәметеү маҡсатында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында даими рәүештә яңы технологиялар уйлап табып ҡулланырға тырышалар.

Йыл башында предприятиела ер аҫтында эшләгән үҙйөрөшлө техниканың эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәтте реаль ваҡытта йыйып эшкәрткән система ҡулланыла башлағайны.

Учалы ер аҫты һәм “Үҙелгә” рудниктарында эшләгән техниканан мәғлүмәт алған оптика-сүс кабел­дәре һуҙылып, сымһыҙ Wi-Fi бәйләнеше нөктәләре урынлаштырылды. Ошо рәүешле эш сменаһы барышында ер аҫтынан яғыулыҡтың күпме сарыф ителеүе, май баҫымының торошо, хәрәкәт тиҙлеге кеүек хәбәрҙәр еткерелә.

Сәнәғәт етештереүен һанлаш­тырыу сиктәрендә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында Австралия компанияһы етештергән “Майкромайн” мәғлүмәт система­һын үҙләштереү ҙә дауам итә. Яңы Учалы руднигында ҡулланыла башлаған системаның төп маҡсаты – мәғдән табыуға һөҙөмтәле идара итеүҙә берҙәм мәғлүмәт даирәһен булдырыу.

“Майкромайн” программаһы төрлө модулдәрҙә эшмәкәрлек алып барырға форсат бирә: махсус ҡоралдар һәм опциялар ярҙамында геологтар, маркшейдерҙар, ер аҫты һәм быраулау-шартлатыу эштәре буйынса инженерҙар Яңы Учалы ятҡылығы буйынса мәғлүмәттәрҙе программаға индерә. Ошо рәүешле мәғдәндең һәм шахтала табылған тау продукцияһының өс үлсәмдәге моделе төҙөлә.

Программа арҡылы автоматик рәүештә руда запастары, шул иҫәптән етештереү процесы мәлендә сығарылғандары ла иҫәпкә алына.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты даими рәүештә техника паркын да яңыртып тора. Йәй айҙарында Үҙелгә руднигына “ПДМ 14 УГМК-Феррит” тип аталған ике тейәү-ташыу машинаһы килтерелде. Ошо көндәрҙә таусылар йәнә ҙур шатлыҡ кисерҙе: предприя­тиеның машина паркы Sandvik TH545i тип аталған ике шахта үҙбушатҡысы менән тулыланды.

Тау-байыҡтырыу комби­наты­ның ҡорамалдарҙы яңыртыу планына ярашлы, һатып алынған техника Үҙелгә ятҡылығының өҫкө ҡатын­дағы тау тоҡомдарын ташыуҙа ҡулланыласаҡ. Улар 45 тоннаға тиклем йөк күсереү ҡеүәтенә эйә.

– Ер аҫты техникаһының һөҙөм­тәле эшен пландағы күрһәткестәр билдәләй, шуға күрә яңы ҡора­малдар һатып алыу – һәр ваҡыт ҡыуаныслы ваҡиға. Ҡаҙылманы ташыуҙа хеҙмәт етештереүсән­леген арттырыу маҡсатында тап шундай юғары йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән машиналар ҡулай. Яңы техника беҙгә ҡуйған маҡсат­тарға өлгәшергә ярҙам итәсәк, – ти Үҙелгә рудни­гының үҙйөрөшлө ҡорамалдарҙы ремонтлау һәм эксплуатациялау ер аҫты участкаһы начальнигы урынбаҫары Фәнил Хәмиҙуллин.

Sandvik TH 545i ер аҫты үҙбушатҡыстары эксплуатация характеристикалары, шул иҫәптән сменаһына ташылған йөк массаһы тураһында белешмәләрҙе йыйыу һәм тапшырыу кеүек аҡыллы идара итеү функцияларына эйә.

Автоматлаштырылған үлсәү системаһы машинаның йөк һыйҙырышлылығын файҙалы ҡулланыу өсөн тау тоҡомдарын артыҡ йәки, киреһенсә, аҙ тейәүҙе контролдә тоторға булышлыҡ итә.

Бынан тыш, тейәү-ташыу техникаһы машинистары өсөн тышҡы хәбәр итеү системаһы хәстәрләнгән – үҙбушатҡыстың кабинаһы эргәһенә махсус фонарь беркетелгән, йәшел, һары, ҡыҙыл төҫтәр бер-бер артлы ҡабынып, кузовтың ҡаҙылма менән тулыланыуы тураһында белдерә.

Ҡеүәтле “тимер ат”ты ПДМ машинистары Рөстәм Мәғәсүмов, Салауат Хәйбуллин, Илдар Ҡурам­шин, Филүс Насиров, Олег Мороз “йүгәнләйәсәк”.
– Бындай машинала эшләү ҙур яуаплылыҡ та йөкмәтә. Экипажыбыҙ биш кешенән тора. Барыһы ла ышаныслы, үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған, эштәрендә абруй ҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр, оҙаҡ йылдар бергә эшләгәс, татыу ғаиләгә әйләнеп бөткәнбеҙ инде, шуға күрә һынатмаҫбыҙ, тип уйлайым. Ә техникаға килгәндә, әлбиттә, шәп – кабинала йылы, яҡты, тауышты изоляциялау, тирә-яҡты күҙҙән яҙлыҡтырмау – хәүефһеҙ эш өсөн барыһы ла уйланылған, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты тәжрибәле машинист Олег Мороз.

Эйе, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты заман талаптарынан ҡа­лыш­май, һәр саҡ яңы технология­ларҙы үҙләштерергә, техника паркын яңыртырға тырыша. Был ғәмәлдәр барыһы ла эш процесын камиллаштырыуға, һөҙөмтәлә хеҙмәт етештереү­сәнлеген артты­рыуға, ресурстарҙы белеп фай­ҙаланыуға, тау эшенең сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Автор: Римма СОЛТАНОВА әҙерләне.
Читайте нас: