Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 12:00

ЕҢЕЛ ЮЛ МЕНӘН БАЙЫРҒА ТЕЛӘҮСЕЛӘР ТОТОЛҒАН

.

Өфөлә 5000 һумлыҡ ялған аҡсаларҙы әйләнешкә сығарған мутлашыусылар төркөмө тотолған.
Тәүтикшереүҙәр асыҡлауынса, 23 йәштән 35 йәшкә тиклемге дүрт кеше Өфө сауҙа нөктәләрендә ҡиммәт булмаған тауар алып, биш меңлек ялған купюралар менән иҫәпләшкәндәр, ә ҡайтарымды ысын аҡса менән алғандар.
Магазин һәм банк хеҙмәткәрҙәре ялған аҡсаларҙы аҙаҡ ҡына күреп ҡалһалар ҙа, полиция хеҙмәткәрҙәре еңел юл менән байырға теләүселәрҙең эҙенә тиҙ төшә.
Ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған, енәйәт эше ҡуҙғатылған, мутлашыусыларҙың һәр ҡайһыһы һигеҙ йылға тиклем рәшәткә артына оҙатылыуы ихтимал.
Фото: novosti33.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: