Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 12:02

Ә ҺЕҘ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?

.

Ер аҫтында йәшәүсе ямғыр селәүсене тупраҡты яҡшыртыу һәм үҫемлек тамырҙарына тереклек итеү өсөн уңай шарттар тыуҙырыуҙа бигерәк тә ҙур роль уйнай.
Улар ер аҫтына әле төшөп, әле менеп ҡатҡан тупраҡты тишкеләп бөтә, унда лайлалы юлдар яһап ҡалдыра. Ә ҡышҡы йоҡоға талыу өсөн бер-ике метрға һәм унан да тәрәнерәк төшәләр икән.
Японияла селәүсендәрҙе махсус питомниктарҙа үҫтереп, фермерҙарға һаталар.Шулай файҙаһын күрәләр инде.
Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас: