Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 12:04

БЫЙЫЛ ДА ЭШ ДАУАМ ИТӘСӘК

.

Зимфира Нартдинова

Башҡортостанда 80 етештереү компанияһы инжиниринг ярҙамын алған.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты Эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлығының Төбәк инжиниринг үҙәге “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә йүнселдәргә туғыҙ программа буйынса ярҙам күрһәтә.
2020 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 80 субъекты Төбәк инжиниринг компанияһына мөрәжәғәт иткән. Хеҙмәттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн алты башҡарыусы компания йәлеп ителгән.
– Патент алыу һәм сит илдәргә сығыу йәһәтенән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары продукцияһын сертификатлау буйынса хеҙмәттәрҙе иң ҙур һорау менән файҙаланылған хеҙмәттәрҙең береһе булды. Быйыл да ошо йүнәлеш буйынса әүҙем эшләйәсәкбеҙ, – тине Төбәк инжиниринг үҙәге етәксеһе Радик Шәйәхмәтов.
Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: