Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 11:04

Белоруссия быяла компанияһы Башҡортостандан 25 миллион долларға сеймал һатып алырға йыйына

-

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаровтың Белоруссия делегацияһы менән осрашыуында билдәле булды.
Белоруссия тауар әйләнеше буйынса Башҡортостандың төп эшлекле партнерҙарының береһе, әммә коронавирус пандемияһы менән бәйле күрһәткестәр кәмегән. Хәҙер был бушлыҡты яңынан тултырыу бурысы тора, тине Андрей Назаров.
Белоруссия быяла компанияһының етәксеһе Юрий Скипко белдереүенсә, продукция етештереүҙә ҡулланылған кальцийлы соданың 70 проценты Башҡортостандан һатып алына. Әле белорустар экологияға зыян килтергән пластик һауыттарҙы быялаға алмаштыра. Шуға күрә компанияның продукцияһына ихтыяж юғары, етештереү ҡеүәттәрен арттырыу ҙа талап ителә. Компания әле йылына 2 мең тонна быяла сығарһа, киләһе йыл күрһәткесте 10 процентҡа күтәреү маҡсаты тора. Ә сеймал Башҡортостандан алынасаҡ.
"Башҡортостан сода компанияһы быяла сәнәғәте өсөн сеймал етештергән төп предприятие булып тора. Белоруссияның барлыҡ заводтары ла кальцийлы соданы бында ала. Әле был күрһәткес 70 процент тирәһе, киләсәктә ул 100 процентҡа етер тип көтөлә",- ти Юрий Скрипко, Беларусь быяла компанияһы директоры.
Автор:Рәмзиә Кәримова.
Читайте нас: