Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 10:57

Башҡортостандың һәм Татарстандың вице-премьерҙары милләт-ара килешеп эш итеүҙе тикшерҙе

-

Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Азат Баҙранов бөгөн көндөҙ Татарстан Хөкүмәте вице-премьеры Вәсил Шәйхразиев менән осрашты. Азат Баҙранов журналистарға әле генә уҙған осрашыу хаҡында һөйләне. Ул осрашыуҙы ыңғай баһалап, уның эшлекле һәм йөкмәткеле үтеүен билдәләне.
«Беҙ милләт-ара, милли ойошмаларыбыҙ – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Бөтә донъя татарҙары конгресы менән килешеп эш итеү пландары тураһында фекер алыштыҡ. Глобалләшеү шарттарында донъяла үҙенсәлекле башҡорт һәм татар мәҙәниәттәрен һаҡлау, этнотел сәйәсәте, республикалар эсендә лә, уларҙан ситтә лә телдәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу тураһында һүҙ алып барҙыҡ», — тип билдәләне Азат Баҙранов.
Вәсил Шәйхразиев яуап сәфәре менән Ҡазанға килергә тәҡдим итте, тине ул. Сәфәрҙе ике аҙна эсендә тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Азат Баҙранов йәмәғәтселекте аныҡ проекттар һәм программалар менән улар әҙер булғас таныштырырға вәғәҙә бирҙе.
Читайте нас: