Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 18:39

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем миллион ярым кешегә коронавирустан прививка яһау планлаштырыла

-

2021 йылда Башҡортостанда миллион ярым кешегә COVID-19-ҙан вакцина һалыу планлаштырыла. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Владимир Нагорный 2-се республика клиник дауаханаһында коронавирустан прививка эшләтте.
«Тотош халыҡҡа вакцинация үткәрергә тигән ҡарар ҡабул ителгәс, ошо прививканы яһатыуҙы үҙемдең бурысым тип иҫәпләйем. Бынан тыш, экспресс-тест миндә антиесемдәрҙең булмауын күрһәтте, йәғни мин теләһә ҡасан сир йоҡтороуым ихтимал, шуға килеп эшләттем. Дөйөм алғанда, был ниндәйҙер кимәлдә дәүләттең дә бурысы тип иҫәпләйем, бер-беребеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ», — тине халыҡ һайланыусыһы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Гам-Ковид-Вак» ике этапта индерелә.
Читайте нас: