Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 18:38

Башҡортостанда дауахананан тыш пневмония йоҡторғандар һаны тотороҡло кимәлдә ҡала

-

Башҡортостанда тағы ла асыҡланған дауахананан тыш пневмония осраҡтары һаны яҡынса бер үк кимәлдә ҡала.
22 ғинуарға мәғлүмәттәр буйынса, 216 пациентта ошо диагноз раҫланған. Кисә, 21 ғинуарҙа, 215 кеше ауырып киткән.
Башҡортостанда 168 кешелә коронавирус раҫланған. Бер тәүлектә ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Ҡорбандар һаны – 171.
Әле 659 сирле стационарҙа дауалана, уларҙың 55-е – ауыр хәлдә, 14-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Өй шарттарында дауаланыусылар – 4 678. Тәүлек эсендә 41 кеше һауығып сыҡҡан.
Пневмониянан дауаланғандан һуң 127 кеше һауыҡҡан.
Бер тәүлектә Башҡортостанда 10 748 тикшереү үткәрелгән, 10 371 тикшерелгән.
Читайте нас: