Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 11:37

БАШҠОРТОСТАН ОҪТАЛАРЫ ЭШТӘРЕ – ИҢ ҘУР ЭЛЕКТРОН ПЛАТФОРМАЛАРҘЫҢ БЕРЕҺЕНДӘ

/

Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығының Художестволы халыҡ кәсептәре үҙәге оҫталарҙан “Оҫталар йәрминкәһе” (“Ярмарка Мастеров”) платформаһында әйберҙәрен урынлаштырыу һәм тәҡдим итеү буйынса дәүләт ярҙамы алыуға ғаризалар ҡабул итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм БР бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы тарафынан күрһәтелә.
БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, проекттың маҡсаты – Башҡортостан оҫталары тауарҙарын һәм күрһәткән хеҙмәттәрен яңы тауар һатыу баҙарына сығарыу.
“Оҫталар йәрминкәһе” платформаһы аша 100 меңдән ашыу оҫта үҙ әйберҙәрен һата. Рәсәй экспорт үҙәге мәғлүмәте буйынса ул ун иң төп маркетплейстар араһына инә. Платформаны ай һайын һигеҙ миллиондан ашыу потенциаль һатып алыусы инеп ҡарай.
Ғаризалар 1 февралгә тиклем [email protected] электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Операторҙың контакты: 8(347)292-77-45.
Мәғлүмәттәрҙе 8 (347) 224-99-99, өҫтәлмә 301телефоны буйынса алырға мөмкин.
Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Гөлшат Ҡунафина.
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/Bash-ortostan-o-talari-esht-re--i--ur-elektron-platformalar-i-bere-end-643473/
Читайте нас: