Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 15:51

Юбилейың менән, ветеран!

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе, Аҡъюл ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе Абдуллин Хисам Усман улын 85 йәше менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы ауыл биләмәләрендә халыҡ менән осрашыу барышында Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе, Аҡъюл ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе Абдуллин Хисам Усман улын 85 йәше менән ҡотлап үтте һәм бүләктәр тапшырҙы.

Хисам Усман улына оҙаҡ йылдар ауыл мәнфәғәте өсөн эшләгәненә рәхмәт һүҙе белдерелде.
Читайте нас: