Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 12:40

Яман шеш ауырыуҙарын канцерогендар ҡуҙғыта, ти баш табип

..

Яман шеш ауырыуы ниндәй сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килә? Һәр кемде борсоған был һорауға Мәскәүҙәге 71-се дауахананың баш табибы, алып барыусы Александр Мясников «Россия 1» телеканалы эфирында яуап бирҙе.
Белгес билдәләүенсә, яман шеш ауырыуҙарын канцерогендар ҡуҙғыта икән. Шулар иҫәбенә тәмәке төтөнө инә. «Һәр икенсе кешелә тәмәкене тартыуҙан,һулауҙан яман шеш барлыҡҡа килә», – ти белдерҙе ул.
Александр Мясников юғары канцерогенлы аҙыҡ-түлектәрҙе лә атаны. Улар араһында шпрот, ҡыҙҙырылған көнбағыш майы ла бар. Табип әйтеүенсә, тоҙ ашҡаҙан яман шешен барлыҡҡа килтерә, колбаса, бекон, сосиска, сарделькалар – ошо сирҙе башҡа ағзаларҙа булдырыусы ризыҡтар. Иҫерткес эсемлектәр күкрәк яман шешен ҡуҙғыта.
Унан тыш, канцерогендар радон, ҡурғаш һәм төрлө буяуҙарҙа ла бар. Табип билдәләп үтеүенсә, физик әүҙемлектең булмауы, шулай уҡ инфекциялар ҙа яман шеш ауырыуын ҡуҙғыта.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: