Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 12:38

Уҡытыусылар, оҫталыҡ дәресенән ситтә ҡалмағыҙ!

Рәсәйҙәге Movavi IT-компанияһы республикабыҙҙың Мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә мәктәптәрҙә медиатехнологияларҙы ҡулланыу өлкәһендә тәжрибәне арттырыу буйынса педагогтар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. ..

Рәсәйҙәге Movavi IT-компанияһы республикабыҙҙың Мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә мәктәптәрҙә медиатехнологияларҙы ҡулланыу өлкәһендә тәжрибәне арттырыу буйынса педагогтар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Был дәрестәрҙә хәҙерге заман медиаһын тултырыу, дистанцион форматта белем биреүҙе тәьмин итеү өсөн медиа технологияларын ҡулланыу, видеодәрестәр әҙерләү кеүек һорауҙар ҡараласаҡ.
Трансляция ошо ваҡыттарҙа уҙғарыла:
  1. « Movavi менән мәктәп киңлегендә медиа. 30 секунд эсендә нисек видео булдырырға?» 28 ғинуарҙа Мәскәү ваҡыты менән 15.00 – 16.30 сәғәттә үтә (https://youtu.be/cNLh7ifuASI).
  2. «Видеодәрес. Видео ул: дәрестең өлөшө, өйгә эш, уҡыу материалы, контроль эш». 4 февралдә Мәскәү ваҡыты менән 15.00 – 16.30 сәғәттә ойошторола.
  3. «Нисек итеп тиҙ, сифатлы, ҡыҙыҡлы итеп төшөрөргә? Сифатлы контент булдырыу». 18 февралдә Мәскәү ваҡыты менән 15.00 – 16.30 сәғәттә уҙғарыла (https://youtu.be/0fViYk1vUsw).
  4. «Дәрестәргә видео индереү миҫалдары. Видео – уҡыу ҡоралы». 18 февралдә Мәскәү ваҡыты менән 15.00 – 16.30 сәғәттә үтәсәк ( https://youtu.be/XLqvYmpwQ3A).
  5. Уҡыу проекттары «Movavi белем биреү» социаль проектына ярашлы ғәмәлгә ашырыла. Шулай уҡ проект сиктәрендә белем биреү ойошмаларына программа тәьминәтен бушлай ҡулланыу мөмкинлеге бирелә.
    Әйткәндәй, был Movavi видеоредакторы видеояҙманың уңышһыҙ урындарын ҡырҡып, матурларға, тиҙлекте арттырырға, визуаль эффекттар өҫтәргә, YouTube каналына ҡуйырға мөмкинлек бирә. Movavi фоторедакторы аша фотоны тергеҙеп була, фотолағы объекттарҙы алып ташлау йәки өҫтәү, уҡыу плакаттары яһауы ла уңайлы.
    Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
    Читайте нас: