Зәйтүнә Айытбаева
ӘСЕ ҺҮҘ ЕМЕШЕ
Тыума... Тыума...Тыума...
Зиләнең мейеһен ошо һүҙҙәр быраулай...Ҡулына эш, тамағына аш бармай уның.
-Эй, әсәкәйем, нисек йәлләмәнең һин мине? Нисек шулай әйтә алдың һин? Көтмәгәйнем ундай һүҙҙе, ҡаршы булырыңды һиҙгәйнем , ә бына бындай аяуһыҙлыҡты... Әсәйем, әсәкәйем, нисек йәлләмәнең һин мине?.. –Зилә ашарға ла сыҡманы, берәү менән дә һөйләшмәне, һорауҙарға ла яуап бирмәне. Мендәрен ҡосаҡлап үкһене лә үкһене.
...Кисә уға Әсғәт тәҡдим яһаны:
- Зилә, мин әсәйем менән дә, апайым менән дә һөйләштем.Улар һине бик яраталар. Әйҙә, өйләнешәйек, моғайын, һинекеләр ҙә ҡаршы булмаҫ.
- Белмәйем шул. Атайым миңә һис ҡаршы килмәйәсәк, бүтән туғандарым да, ә әсәйем ... уҫал бит ул,риза булмаҫ ул.
- Ниңә? Моғайын, ул да ҡаршы килмәҫ ул. Беҙҙең икебеҙҙең теләгебеҙ бер икән, нисек ҡаршы булмаҡ кәрәк?
- Ул ниңәлер һине яратып етмәгән төҫлө...
- Ә һин һәйбәтләп һөйләшеп ҡара, ниндәй әсә үҙ балаһына насарлыҡ теләһен?
-Белмәйем,белмәйем...
Зилә әсәһе менән һөйләшеп ҡарарға булды.
- Әсәй, әсәкәйем- тип башланы ул һүҙен,әсәһенә иркәләнеп, -әсәй мин кейәүгә сығырға булдым, һеҙ риза булһағыҙ инде...
- И-и, балаҡайым,үҫеп тә еттең шул, кемгә? Һиңә күҙ атыусылар күп бит. Һәр ялтырауыҡ зиннәт булмай.
- Әсғәт кисә миңә...
- Әсғәт?!- Әсәһен ҡорт саҡтымы ни,-Әсғәт...тапҡанһың кешеһен! Юҡ, ризалығым юҡ, мең ҡабат юҡ!
- Әсәй, ул шул тиклем һәйбәт! Һин уның шиғырҙарын тыңлаһаң! Бөтә ауыл ҡыҙҙары артынан югерһә лә ул мине һайланы.
- Юҡ! Ул бит тыума! Зат-ырыуы, нәҫел-нәҫәбе булмаған кеше менән нисек туғанлашмаҡ кәрәк? Әстәғәфирулла,- тип бот сапты әсәһе,- Кит, кеше ишетмәһен. Йә, атайың әйтә биреп ҡуйғайны ла, ышанманым. Башыңа тай типкәнме әллә һинең?
- Әсәй,әсәкәйем, мин уны яратам...
- Яратам,имеш.Һылыулығына ғына ҡарап йәшәй алмаҫһың. ,,Атайлы бала- арҡалы бала,- тип ерле юҡтан ғына әйткәндәр тиһеңме? Уның бит арҡа терәр атаһы ғына түгел, бүтән туғандары ла юҡ,-Зөбәйлә апай, битен ҡаплап, ни әйтергә лә,ни эшләргә лә белмәй торған ҡыҙының арҡаһынан тапап яратты ла, - Эй, балам, әллә кемдәр осрар әле юлыңда, бушҡа күҙ йәшеңде әрәм итмә. Бынауы һылыулығың менән Әсғәттән башҡаһы ла табылыр, тыумаға бирер өсөн ҡыҙ үҫтермәнем, - тип сығып та китте. Күҙ йәштәре, хәсрәте, ҡайғыһы менән яңғыҙ ҡалды Зилә. Уның йәш, дыуамал йөрәге аша төрлө уйҙар үтте.-Әсғәткә нисек аңлатырмын? Ул мине, мин уны яратам.Ә ҡасып сыҡһам? Әсәйемдең фатихаһынан тышмы? Ул бит һис ҡасан да ризалығын бирмәйәсәк... Әсәй, әсәкәйем! Бәхетһеҙ итәһең бит мине. Уның кеүек мине берәү ҙә яратмаясаҡ.Мин уның һөйөүен күҙҙәренән күрәм,бөтә йөрәге, күңеле менән ярата улл мине, нимә эшләр ул мине аңлармы, хыянат тип ҡарамаҫмы? ...Мин унһыҙ нисек йәшәрмен? Муйыл ҡара күҙҙәр, бөҙрә сәстәр төштәремә кереп ыҙалатмаҫмы, ғүмерем буйы мине уның моңһоу ҡарашы эҙәрлекләмәҫме? Әсәкәйем, беләм һин дә мине яратаһың, хатта кәрәгенән артыҡ, ниңә минең бәхетемә аяҡ салаһың һин, әсәкәйем? Әллә... берәй яҡҡа сығып китәһе, бөтәһенән дә ҡасып? Һағынырмын шул,әсәйемде лә,атайымды ла, кескәй Фиданды ла, Әсғәтемде лә... Түҙә алмаҫмын мин уларһыҙ. Әллә... аҫылынып ҡына үләһе... Тәүбә. Тәүбә! Әстәғәфирулла! Ни уйлайһың һин? Һине яратыусы күпме кеше бар! Үҙ хәсрәтеңде өҫтөн ҡуйып, барыһын да ҡайғыға һалырға уйлайһыңмы? Юҡ!!!...Үҙ уйынан үҙе һиҫкәнеп китте ҡыҙ. Ҡурҡыныс уйынан һуң ул аҡылына килгәндәй булды.
...Әсғәт, дуҫҡайым минең! Кисер мине, беләм, һин был хәлдәрҙе аңламаҫһың. Күңелең матур бит һинең, күңелең был боҙоҡлоҡто ҡабул итмәҫ. Түҙем булайыҡ,Әсғәт, юлыңда минән дә һылыуыраҡ, һине өҙөлөп яратыусы ҡыҙ осраһын. Бәхетле бул, дуҫҡайым, сабыр бул,- Зилә үҙ алдына Әсғәтенә әйтер һүҙҙәрен барланы. Әммә ул был һүҙҙәрҙе бер ҡасан да уға әйтергә баҙнат итә алмаясағын да һиҙә ине. Ундай һүҙҙәрҙе әйтергә, ташҡын кеүек ярһыу һөйөүгә барырға көсө лә етмәҫ ине. Зилә мәктәпкә барып дәрестәрен уҡытып ҡайтты ла бүлмәһенә бикләнде. Әсғәт нисә тапҡыр осрашып аңлашырға уйлаһа ла барып сыҡманы, Зилә унан уттан ҡасҡандай ҡасты...
Бер көн атаһы менән әсәһенең ҡысҡырышҡан тауышына өйҙөң ишеген асырға ҡыймайынса туҡтап ҡалды. Бер ҡасан да әсәһенә ҡаршы сыҡмаған,ҡатынын да, балаларын да өҙөлөп яратыусы Камил ағай сығырынан сығып ярһыған ине, ә әсәһе һүҙгә күптән аптырамай.
- Зөбәйлә, ауыҙың ни әйткәнде ҡолағың ишетәме һинең, нисек улай әйтә алаһың? Мин дә етем үҫтем.
–Һин етем генә үҫкәнһең, тыума түгелһең. Атайың данлыҡлы һунарсы Әбдрәхим айыу тырнағынан ғына үлеп ҡалған. Ә ул тыума, аңлайһыңмы, тыума!
- Зөбәйлә, ҡанды ҡыҙҙырма. Улар шундай матур парҙар, һоҡланып туйғыһыҙ. Береһе хур ҡыҙы, икенсеһе- хур егете.
–Уның хатта арҡа терәр туғандары ла юҡ.
–Арҡаларын беҙгә терәрҙәр, Әсғәт үҙе лә төшөп ҡалғандарҙан түгел, ана алты мөйөшлө өй ҙә буратып ҡуйҙы.
–Бер бөртөк ҡыҙымды теләһә кемгә тоттороп ебәрәсәгем юҡ. Ана. артынан өйөрө менән йөрөйҙәр, араларында директоры ла, председателе лә бар.
–Зөбәйлә, - атаһының тауышы ҡалтырап китте, - Әсғәт ғәйеплеме ни? Гонаһтан ҡурҡһаңсы...
- Етте, хәҙер Зилә ҡайта, телеңде ҡыҫҡараҡ тот, иртәгә Мөҙәрис килә һөйләшергә.
–Их, яңылышаһың бит...
–Үҙем беләм, - әсәһенең был һүҙенә ҡаршы атаһы өндәшмәне, күрәһең, үҙ һүҙле ҡатынын еңә алмаясағын аңлағандыр.
Зилә. бер аҙ тора бирҙе лә, өйгә инде, бүлмәһенә үтте, сисенеп тә тормай урынына ауҙы. Тик...Иламаны. Мөҙәрис... Бына кем икән әсәһенең күҙ уңында тотҡаны - Мөҙәрис Мансурович. Мәктәп директоры. Йә, мәктәптә лә һәр ваҡыт йоторҙай итеп ҡарай, мин, ҡарашы шулайҙыр, тигән булам. Ней төҫө, ней һыны, ней һөйләшеүе - нисек эшләйҙер ул директор булып? Түрә туғандары күп, тиҙәр шул. ,,Арҡа терәр туғандар ,, шул булалыр инде... Туҡта, Мөҙәрис Мансурович менән үҙем һөйләшәйем әле. ,,Арабыҙға кермә, мин икенсене яратам,, - тип күҙенә бәреп әйтәм дә ҡуям. Зилә, шул уйы менән үҙен тынысландырып, уйланып ята торғас йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды, йоҡоһоҙ төндәр үҙенекен итте. Ул ишек асылған тауышҡа уянып китте.Әсғәттең күршеһе Гөлнур еңгәй килгән икән. Зиләнең йөрәге дөп-дөп һуға башланы, һикереп торҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. –Һаумы, Зилә. Мине Әсғәт ебәрҙе, бына хат. - Хат? Ниңә хат? Ә үҙе ҡайҙа? - Зилә ыуаланып хатты алды, күкрәгенә ҡыҫты. - Әсғәт миңә бер ни ҙә һөйләмәне, тик ,,Их еңгәй, бер бәхетең булмағас булмай икән ул,,- тине лә хатты ғына тапшырырға ҡушты. ,.Кис бирерһең тигәс, эңер төшөүен көттөм. Ярай, Зилә. хуш. Аманат бит, насар хәбәр булһа, ғәйепләмә,- тип Гөлнур еңгәй сығып китте. Асырғамы, уҡырғамы, тигәндәй, Зилә байтаҡ иҫәнгерәп торҙо һәм хатты асты. Уның йәшкә тулған күҙҙәре алдында хәрефтәр һикереште. Бер аҙҙан ғына хатты уҡып сыға алды.
,,Зилә!
Мин яралы йыртҡыс бөгөн-
Ҡанһыраған күңелем
Белмәнем бит ошоғаса
Һиңә тиң түгеллегем.
Һине һөйҙөм, шашып һөйҙөм,
Һәм һөйәмен әле лә!
Һөйөүемде аңламаның-
Бәхетһеҙ иттең. Зилә.
Ҡасып китәм һөйөүемдән.
Мин сит-ят тарафтарға...
Әйтеү әйтәм үҙ- үҙемә:
-Ҡайтмаҫмын һағынһам да.
Хуш, Зиләм! Үҙем китһәм дә, йөрәгем бында ҡала. Ниңә, ниңә буй етмәҫлек емешкә үрелдем мин? Әгәр минән ҡасмаһаң, һине лә, үҙемде лә аңларға тырышыр инем... Һин ҡастың, һөйләшергә теләмәнең...
Зилә, бәхетле бул! Атайыңа рәхмәт, ул, һиңә ҡарағанда, мине нығыраҡ аңланы, ул, ир кеше, йыуашлығына үкенде.
Хуш, Зиләм. Мөхәббәтем минең. Уңалмаҫ ярам.
Һине өҙөлөп һөйөүсе Әсғәт,,
--Әсғәт!- Зилә.шашып урамға сығып йүгерҙе. Аҡылына килгәндә килгәндә ул Әсғәттәрҙең ҡапҡаһы төбөндә тора ине. Инергә ҡыйманы ул, уны тәҙрәнән күргәндер инде, янына Нурия апай сыҡты.
-Ҡайтыр ул, Зилә, ҡасан булһа ла ҡайтыр,- тине ул ҡыҙҙы йыуатып,-ҡайтыр, хатта мин дә белмәй ҡалдым, ебәрмәҫ инем... Һинең дә үҙен яратыуын белә бит ул. Яйлап әсәйең дә күнер ине әле, моғайын. Ярай. Һау йөрөһөн, бер аҙ тынысланып ҡайтыр. Уйланыр, һаағыныр. Ә һағыныу һөйөүҙе арттыра ғына бит ул...
Ҡайтманы Әсғәт... Уның хат-хәбәре лә булманы. Сәләме лә ишетелмәне. Зилә өнһөҙ-тынһыҙға әйләнде. Әсәһенең баҫымына сыҙай алмай, артынан күләгә кеүек эйәреп йөрөүсе Мөҙәрискә тормошҡа сыҡты. Мөҙәристең эсенә нурлы ҡояш инеп боҫтомо ни! Балҡыны ул. Күрекһеҙ генә күренгән егет ир булып балҡыны, Зилә өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер ине ул. Балалары тыуғас бөтөнләй үҙгәрҙе, Ҡайтып инер ҙә сәңгелдәккә йомолор, ыуарама килер ине. Ҡайныһын да, ҡәйнәһен дә хөрмәт итте.
Шулай ете йыл үтеп тә китте.Зилә инде ике бала әсәһе, әммә һылыулығын ташламаны, киреһенсә, тағы ла матурлана төштө. Зифа буй, нурҙар бөркөп торған һоро күҙҙҙәр, ҡыйылып торған ҡара ҡаш, теҙенә төшөп торған ҡара сәс - бирһә лә бирә икән Хоҙай бер кешегә һылыулыҡты.Мөҙәрискә лә эйәләште, хәҙер ул уға элекке кеүек ,,ямаҡ,, булып күренмәне. Эшкә бергә баралар, бергә ҡайталар. Тормоштары ал да гөл кеүек ине...
Һәм ауылға Әсғәт ҡайтты. Һаман да өйләнмәгән, ҡайҙа, ни эшләп йөрөгән – һораһалар ҙа һөйләргә теләмәне. Йомоҡҡа әйләнгән ине ул. Зиләне ул ҡарашы менән эҙәрлекләне, ҡайҙа булһа ла осратырға тырышып ҡына торҙо. Быны Мөҙәрис тә һиҙҙе, тик тәүҙә әллә ни артыҡ әһәмиәт бирмәне.
- Әсғәт миңә бөгөн асыҡтан- асыҡ бәйләнде.Зилә, һин уны ярата инеңме ни?
- Һәр кемдең тәүге мауығыуҙары була инде, Мөҙәрис,юҡ менән башыңды ауырытма. Миңә балаларымдан, һинән башҡа бер кем дә кәрәкмәй.
- Зилә,- тине Мөҙәрис уны иркәләп, мин дә бит һеҙҙең өсөн генә йәшәйем, һинең өсөн генә тын алам. Моғайын, юҡ-бар өсөн боҙолошмабыҙ?
- Иҫәр һин, юҡ өсөн борсолма.
Бына шундай һөйләшеү булып алды улар араһында. Их, яҙмышты алдан күҙаллап булһа икән дә бит...
Әсғәт әрһеҙләште... Хатта бер көн Зиләне мәктәп янында көтөп тә алды.
- Зилә, һин бит минеке булырға тейеш инең, һин бит уны яратмайһың?!
- Эҙәрлекләмә мине, Әсғәт, мин хәҙер ир ҡатыны һәм үҙ усағымды һүндермәҫкә,ғаиләмде һаҡларға, өлөшөмә төшкән көмөшөм менән ризамын. Боҙма минең тормошомдо. Беҙ матур йәшәйбеҙ..
- Алдашма! Бер йөрәккә ике кеше һыймай, киттек минең менән. Минең дә бөтә нәмәм дә - квартирам да, машинам да, аҡсам да бар, тик янымда һин генә юҡ... Мин һине бында ҡалдыра алмайым, балаларыңды көтөргә лә ризамын.
- Әсғәт, онот үткәндәрҙе! Мин бер ҡайҙа ла китмәйәсәкмен. Өйлән, балалар үҫтер, бәхетле бул.
- Юҡ, мин үҙемдең кемлегемде иҫбатларға тырыштым. Мин һинһеҙ китмәйәсәкмен, шуны бел.
- Күпме ваҡыт үтте. Һинең остоҡ ҡына сәләмең дә килмәне... Яратһаң, хәбәр ебәрер инең әле. Кит, Әсғәт,юлдан, тотҡарлама мине.
Әсғәт уны беләгенән тотоп алды.
- Мин үҙ һүҙемде һүҙ итәсәкмен...
Тағы ниҙәр һөйләр, ниҙәр ҡыланыр ине икән Әсғәт - мәктәп тупһаһында Мөҙәрис күренде, ул ҡара көйгән ине, күрәһең,тәҙрәнән бөтәһен дә күҙәтеп торған.
- Ебәр Зиләне, - тине ул тештәрен ҡыҫып,- и бүтәнсә уға бәйләнәһе булма!
- Нишләтерһең? - Әсғәт мыҫҡыллы йылмайҙы, - кабы һемәйеп тороп ҡалма.
- Мин түгел һин һемәйҙең, яҡшылыҡ менән әйткәнде аңла.
Зилә йүгерә-атлай ҡайтып китте. Әсғәттең үҙгәреүенә,әрһеҙләшеп көпә-көндөҙ юл баҫып тороуына аптыраны, иҫе-аҡылы китте.Күңеле ниҙер һиҙенеп, болоҡһоп, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Ысынлап та күрәһеләре алда булған икән.
Әсғәт тағы юғғалды. Зилә иркен тын алды. Тик Мөҙәрис бер көндө:
- Һаҡ йөрө, Зилә, емеш-еләк тип урманға сығаһы булма, Әсғәт урлап китмәһен, - тигәс, күңелен тағы шом биләне, хатта күләгәһенән дә тертләр булды. Мөҙәрис дөрөҫ һиҙенгән икән. Бесәндән ҡайтып һыйыр һауырға сыҡҡан Зиләнең ауыҙын баҫып, ниҙер еҫкәттеләр ҙә кәртә аша ҡулдан-ҡулға биреп, машинаға тығып алып та киттеләр.
- Мөҙәрис,- тип ах та ух килеп күршеһе Рахмай килеп ингәндә Мөҙәрис бәләкәй өйҙә ҡамытына үбәк бәйләп, йүнәтеп ултыра ине. Атының муйыны сейләнә биреп тора, ҡамыт һуҡҡандыр инде.- Мөҙәрис, ни ҡарап ултыраһың, Зиләңде урланылар түгелме һуң?
- А-а-а! Зилә! - Мөҙәрис тышҡа атылды.
Тик һуң, бик һуң ине шул, машинанан елдәр иҫкәйне. Милиция менән эҙләтеү ҙә, ил буйынса эҙләүгә биреү ҙә һөҙөмтә бирмәне, машина ла, Зилә лә, Әсғәт тә һыуға төшкәндәй ғәйеп булдылар. - Уйлап еткермәнем шул, - тип үкенеп һөйләне аҙаҡ Рахмай, - бесәндән һуңлап ҡайтып, ат туғарып торһам, ике аралағы тыҡрыҡҡа еңел машина килеп туҡтаны, машинанан өс кеше төштө. Һис ни уйламай, арт ҡапҡаны астым да яндарына сыҡтым һәм ,,берәйһенең өйөн эҙләйһегеҙме? – тип һораным.Тегеләр албырғап киткән кеүек булдылар ҙа бит, әллә ни арала бөгөп һалып, ауыҙға сепрәк тығып та ҡуйҙылар.Ни булғанын да аңламаным. Күпме ятҡанмындыр, бәйҙе сисеп, артҡа тибеп,ҡапҡанан индереп тә ебәрҙеләр.Ауыҙҙан сепрәктәрҙе алыуға машинанан елдәр иҫкән ине инде. Исмаһам, ниндәй машина икәнлеген дә, номерын да ҡарап өлгөрөп тә булманы. Келт итеп иҫкә Мөҙәристең - ,,Зилә өсөн борсолам,, - тип һөйләнгәне иҫкә төштө, тура уға йүгерҙем.
...Зилә үҙе ҡайтты. Һөйәк менән тирегә ҡалған ҡыҙҙарына ҡарап Камил ағай менән Зөбәйлә апайҙың эстәре өҙөлдө, һулығайны сәскә... Ул үҙ өйөнә ҡайтырға теләмәне, бәлки, көсө лә етмәгәндер. Эргәһенә килгән Мөҙәристең ҡулдарынан тотоп:
- Ғәфү ит, Мөҙәрис, мин бында ҡалам. Балаларҙы бында килтермә, ҡурҡырҙар,-тине
- Зилә, мин һине больницаға алып барам, һин шәбәйәсәкһең, - Мөҙәрис күҙ йәштәрен дә тыйманы, ул һөлдә булып ҡалған ҡатынына ҡарап ни эшләргә лә белмәй ине.
Зилә дауаханаға барыуҙан ҡырҡа баш тартты.Саҡыртылған доктор ҙа урынынан ҡуҙғатмауҙы хәйерлерәк күрҙе...
Камил ағай ҡыҙы янында Әсғәт тураһында һөйләшеүҙән тыйһа ла Зөбәйлә апай сыҙаманы:
- Шул тыума ғына ғәйепле барыһына ла... шул тыума, - тине ул күҙ йәштәренә быуылып, көндән-көн шиңә барған Зиләһе өсөн әрнеп. Бығаса үҙе тураһында ауыҙ асып өндәшмәгән Зилә, башын ауырлыҡ менән ҡалҡытып әсәһенә ҡараны:
- Әсәй, әсәкәйем,-тип бышылданы ул, күкшел ирендәрен көскә ҡыбырлатып, - шул һүҙең етте минең башыма... ,,Йә минең ҡатыным булаһың,йә тыума табаһың - мин һине юлдаштарыма бирәм,, -тине ул.
- Әсғәт, аҡылыңа кил, һин бит мине яратаһың.
- Шулай булғас бергә йәшәйек, һинһеҙ минең тормошомдоң йәме юҡ.
- Юҡ!
- Ә шулаймы?! Тыума менән йәшәйһең килмәйме? - Әсғәт, әллә аҡылын юйҙы, машина эсендә үк миңә йәбеште,..кейемдәремде йыртҡыслап, шыр яланғас ҡалдырҙы... Һуңынан иҫемде юғалтҡанмын. Аҙаҡ гел бикле тоттолар, ниндәйҙер кеше йәшәмәгән урын, урман төпкөлө... Ҡалғанын һөйләй алмайым... Әсәй, беҙ Мөҙәрис менән дә һәйбәт йәшәнек, Әсғәт менән, бәлки, тағы ла яҡшыраҡ йәшәр инек...
- Ярата, тинең, яратһа, моғайын, улай ҡыланмаҫ ине.
- Әсәй, кәрәкмәй, - Зилә ошонан һуң бөтөнләй һөйләшмәҫ булды. Тик атаһын күрһә генә күҙҙәре нурланып, йөҙө асылып китте.
...Зиләне ерләгәндең икенсе көнө бөтә ауыл тағы ла ,,Аһ,, итте. Уның ҡәбере янындағы ҡарағай ботағына Әсғәт аҫылынған ине. Камил ағайҙы йөрәк өйәнәге менән дауаханаға һалдылар.
- Кейәү, Әсғәтте кисер, ғәйепләмә уны, үлгәндәрҙе ғәфү итәләр. Ул Зиләне ысынлап та ярата ине, - тине ул, хәл белешергә дауаханаға килгән кейәүенә.
- Эй, ҡайным, Зиләне яратмаған кешенең эсендә йәне булмаҫ. Тик ниңә шул тиклемгә барып етергә?
- Бәләкәйҙән үҙен кәмһетеүле тойоп үҫеү, Зиләгә булған мөхәббәте, ҡәйнәңә булған нәфрәте уны шулай аҡылынан шаштырғандыр инде... Әсғәт бит бик хисле егет ине... Балаларҙы һаҡла, кейәү, Зиләңдең төҫө итеп, мин дә күпкә бармам, ахырыһы...
Зөбәйлә апай аңлай алманы уларҙы, Камил ағайҙың эскерһеҙ яратыуына, уға ҡаршы әйтмәүенә, үҙен һәр ваҡыт хаҡлы һанауына күнегеп йәшәгән ҡатын өсөн булып үткән ваҡиғалар аңлайышһыҙ хәл булды. Ҡапыл олоғайҙы ул. Ирен ерләгәс, бөтөнләй биреште, ҡыҙының балаларын ҡосаҡлар ҙа илар ине. Бәләкәсе һуң, Наиләһе, хас әсәһе бит әле-оҡшаһа ла оҡшай икән кеше. Туғандары, әхирәттәре уны һис тә яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа, яҙылдырырға тырыштылар.
Ә Мөҙәрис... эскегә һалышты. Мәктәптән ҡыуылды, лесхозда ла эске арҡаһында эшләй алманы, ни өсөндөр ,,йәшел йылан,, арбауынан ҡотолорға юл эҙләмәне. Кешеләр ,,быныһы ла бер-бер нәмәгә тарып ҡуймаһа ярар ине,, -тип уға хәүеф менән ҡараны...