Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 11:07

РЕСПУБЛИКАЛА А.Э. ТЮЛЬКИН ИСЕМЕНДӘГЕ ХV ХАЛЫҠ-АРА БАЛАЛАР СӘНҒӘТ ИЖАДЫ КОНКУРСЫ ҮТӘСӘК

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

«Мәҙәниәт» милли проектының «Ижад кешеләре» проекты сиктәрендә балалар сәнғәт мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәренең һәм музыка мәктәптәренең сәнғәт бүлектәре, изостудиялар тәрбиәләнеүселәре өсөн Александр Эрастович Тюлькин исемендәге ХV Халыҡ-ара балалар сәнғәт ижады конкурсы ике этаптан торасаҡ:
1 этап – һайлап алыу этабы - [email protected] электрон адресы буйынса Өфө ҡалаһының 2 һанлы Балалар сәнғәт мәктәбенә ебәрелгән фотоларҙы ҡарау;
2 этап – халыҡ-ара – һайлап алыу этабын үткән һәм 450001, Өфө ҡалаһы, Бабушкин урамы, 25, Өфө ҡалаһының 2 һанлы Балалар сәнғәт мәктәбе адресы буйынса ебәрелгән эштәр араһында.
Конкурс рәсем, уникаль графика, баҫма графика, компьютер графикаһы, скульптура, декоратив-ғәмәли сәнғәт, сәнғәт белеме номинациялары буйынса үтәсәк.
Конкурстың иң яҡшы эштәре экспозицияһын асыу 2021 йылдың 30 авгусында Өфө сәнғәт галереяһында буласаҡ. Иң яҡшы эштәр күргәҙмәһе 2021 йылдың 30 авгусынан 12 сентябренә тиклем үтәсәк.
Беренсе этапҡа эштәр 2021 йылдың 10 мартынан 10 апреленә тиклем [email protected] электрон адресына ҡабул ителә.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://culture.bashkortostan.ru/
*Беҙгә социаль селтәрҙәрҙә ҡушылығыҙ: «ВКонтакте», «Одноклассники», «Инстаграм», «Фейсбук»
"Мораҙым" гәзитенән.
Читайте нас: