Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 12:27

Һәр йортҡа,һәр фатирға

..

«Һәр йортҡа, һәр фатирға – янғынды хәбәр иткес» дөйөм республика акцияһына ярашлы, челлендж башланды. Үҙенсәлекле видеояҙма авторҙарын бүләктәр ҙә көтә, тип белдерәләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
Әлеге интернет-марафон йәшәгән урыныңа янғынды хәбәр иткес ҡуйыуға йүнәлтелгән. Челленджда ҡатнашыусыларға үҙеңдең фатирыңда йәки өйөңдә янғынды хәбәр иткес ҡуйылыуы һәм уның файҙаһы хаҡында һөйләгән видоеяҙма төшөрөргә тәҡдим ителә. Уны [email protected] электрон почтаһына йәки ведомствоның социаль селтәрҙәренә ебәрергә кәрәк. Бөтә видеояҙмалар ҙа Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайттарында һәм социаль селтәрҙәрендә баҫылып сығасаҡ.
Әйткәндәй, 2016 йылдан алып республикабыҙҙа янғынды хәбәр иткес ярҙамында 499 кешенең ғүмере ҡотҡарылған, шул иҫәптән 205 баланың.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: