Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 12:35

Нәфис һүҙ оҫталары өсөн бәйге

"Тере классика" тигән Халыҡ-ара конкурсы иғлан ителгән. Унда ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың 25 ғинуарына тиклем уның сайтында - https://youngreaders.ru/ теркәлергә кәрәк...

"Тере классика" тигән Халыҡ-ара конкурсы иғлан ителгән. Унда ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың 25 ғинуарына тиклем уның сайтында - https://youngreaders.ru/ теркәлергә кәрәк.
Конкурс V-XI синыф уҡыусылары, 17 йәшкә тиклемге балалар өсөн үтә. Был бәйгелә шиғыр түгел, ә яратҡан урыҫ йәки сит ил яҙыусыһының проза әҫәренән өҙөктө яттан һөйләргә кәрәк. Шуныһын да әйтеп үтәйек, положение буйынса иң тәүге этапта уҡырға ла рөхсәт ителә, киләһе турға үтһәң инде, тексты яттан һөйләргә кәрәк буласаҡ. Конкурс тураһында бөтә мәғлүмәт, уның этаптарын үткәреү календары https://youngreaders.ru/ сайтында бар, танышып сығығыҙ. Һайлап алыу туры - май айында "Артек"та, ә суперфинал июнь башында Ҡыҙыл майҙанда үтәсәк икән. Бына ниндәй мөмкинлек бар конкурста ҡатнашып, еңеү яулаясаҡ уҡыусыларға!
"Тере классика" бәйгеһе Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы ҡатнашлығында уҙғарыла.
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: