Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 16:20

Мәшһүр шағир Шәйехзада Бабичтың яңы шиғыры табылды

-

“Башҡорт халҡына”. Мәшһүр шағир Шәйехзада Бабичтың яңы шиғыры табылды. Ул күренекле татар әҙибе Нәҡи Иҫәнбәт архивында һаҡланған. Филология фәндәре кандидаты, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова.
Гөлсәсәк Саламатоваға Бабичтың “Башҡорт халҡына” тигән шиғыры һаҡланыуы тураһында Миләүшә Хәбетдинова хәбәр итә. Ул Ҡазанда йәшәүсе билдәле ғалим, публицист. Бабичтың әҫәре яҙыусы Нәҡи Иҫәнбәттең архивында була.
Шәйехзада Бабичтың “Башҡорт халҡына” шиғыры интернет селтәрендә киң таралыу алды. Тиҙҙән ул матбуғатта ла донъя күрә.
Читайте нас: