Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 12:28

Мәктәп уҡыусылары, студенттар ҡатнаша ала

..

«Урындағы үҙидаралыҡты үҫтереүсе башланғыстар» тигән Бөтә Рәсәй конкурсы йәш граждандарҙа социаль-әһәмиәтле ҡиммәттәрҙе булдырыу, халыҡтың гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереү, урындағы үҙидаралыҡты булдырыу һәм үҫтереүҙә йәштәргә ҡатнашырға мөмкинлек биреү маҡсатында үткәрелә. Бәйге илдең 85 төбәгендә 18 номинация буйынса ойошторола.
Бында 12-нән 25 йәшкә тиклем мәктәп уҡыусылары, студенттар ҡатнаша ала. Конкурс ике этапта уҙасаҡ. Ситтән тороп ҡатнашыу этабы 15 мартҡа тиклем барһа, көндөҙгө этабы 21 марттан алып 30 апрелгә тиклем дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://vk.cc/bXk2P4 алырға мөмкин.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: