Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 18:35

“Коронавирус менән сирләһәм дә, прививка эшләттем”

-

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров коронавирустан вакцинациялауҙың тәүге этабын үткән.
Бығаса уның ковид менән сирләгәне мәғлүм, шулай булыуға ҡарамаҫтан, табиптар уға прививка яһарға кәңәш биргән.
– Мин коронавирус менән былтыр май айында, һигеҙ ай самаһы элек сирләнем. Тәүҙә организмдағы антиесемдәрҙең күрһәткесе 17,5 булһа, көҙөн 14-кә етте, әле иһә 1,2 тирәһе генә. Тимәк, миндә коронавирусҡа ҡаршы иммунитет юҡ һәм минең тағы ла сирләүем ихтимал, - тип аңлата Рөстәм Әхмәҙинуров ҡарарын.
Әйтеүенсә, республикала көн дә 160-170 кеше коронавирус менән сирләп китә, шуға ла вакцинациялау айырым әһәмиәткә эйә.
– Кешеләр менән әүҙем аралашҡанға һәм эшләгәнгә күрә, прививка тураһында ошондай ҡарарға килдем, сөнки был – яҡын арала үҙемде һәм башҡаларҙы ла сирҙән ҡурсалау гарантияһы, тип иҫәпләйем. Әлеге ваҡытта эргә-тирәмдәге ике тиҫтәнән ашыу кеше вакцина яһатты, улар үҙҙәрен яҡшы тоя. Сәләмәтлегегеҙгә бәйле ҡаршылыҡтар юҡ икән, һеҙгә лә прививка яһатырға кәңәш бирәм, – ти “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе.
Уға “Гам-КОВИД-Вак” (“Спутник V”) вакцинаһын яһағандар.
Белгестәр был препараттың һөҙөмтәлелеге 91,4% тәшкил итә, тип раҫлай. Вакцина ике этапта, өс аҙна интервал менән яһала, иммунитет ике йылға етә.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас: