Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 16:14

Өфөнән йәш сноубордсы параллель слаломда Рәсәй беренселегендә еңде

-

Өфөнөң тау саңғыһы спорты буйынса спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Всеволод Мартынов параллель слалом дисциплинаһында юниорҙар араһындағы Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы. Ярыштар Красноярскиҙа уҙҙы. Хәҙер Всеволодтың 2021 йылдың февралендә республиканың Әбйәлил районында уҙырға тейешле Донъя кубогы этабында ҡатнашыу мөмкинлеге бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Мартынов 13-19йәшлектәр араһында үткәрелгән Рәсәй беренселегендә көмөш миҙал яуланы, ә унан алда «Азия балалары» халыҡ-ара ҡышҡы уйындарында бронза призер булды.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Читайте нас: