Өфөнән осоштар төнгө сәғәт 12-се 30 минутҡа планлаштырылған, юлға 2 сәғәт 30 минут ваҡыт китә. Бер яҡҡа билет хаҡы 3000 һумдан башлана. Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәр Каспий диңгеҙендә лә ял итә ала. Туристарҙың һоҡланғыс Кавказ тауҙарын, Дербенттағы Нарын-ҡала ҡәлғәһен, етмеш метрлыҡ Тобот шарлауығын, илдәге берҙән-бер лиана урманын, ҡаялар араһына йәшеренгән ауылдарҙы һәм башҡа бик күп хозур урындарҙы күреү мөмкинлеге бар.