Өфөлә Ағиҙел күперендәге тығында... бала таба яҙған!
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Никита Никитин һәм Григорий Буныгин йәш ғаиләне Перинаталь үҙәккә тиклем оҙата барған.
10 минуттан һуң ҡатынды клиникаға килтергәндәр. Һау-сәләмәт ҡыҙ бала донъяға ауаз һалған.
Ә бер нисә көндән сабыйҙы ҡаршы алырға килгән ҡунаҡтар араһында әлеге полицейскийҙар ҙа булған.
"Инспекторҙарға Зәки Вәлиди урамындағы ҙур тығындан үтеп китергә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт әйткем килә", - тине йәш атай.
Сығанаҡ: ГТРК