Хәйбулла хәбәрҙәре
-10 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 12:45
ЕТЕ МИЛЛИАРД ҺУМ АҠСА БҮЛЕНӘ
.
– Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре – республика Хөкүмәтенең төбәккә инвестиция йәлеп итеү буйынса эшенең иң мөһим йүнәлештеренең береһе. Пандемияға бәйле сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, былтыр республикала резиденттарҙың дөйөм һаны 50 процентҡа тиерлек артҡан. Был ябай һан ғына түгел, ул республика иҡтисады үҫешен, яңы эш урындарын, халыҡтың тормош сифатын сағылдыра, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Әле резиденттар реестрына 74 компания индерелгән, инвестицияларҙың планлаштырылған күләме – 42 миллиард һумдан ашыу.
– Өс яңы инвестор “Күмертау”, “Нефтекама”, “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә проекттарын тормошҡа ашыра. Һөҙөмтәлә 400-гә яҡын эш урыны барлыҡҡа киләсәк, – тине Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Атап әйткәндә, “Таврос ЭкоПульс” йәмғиәте 2028 йылға тиклем “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә һары борсаҡты тәрән эшкәртеү һөҙөмтәһенд юғары сифатлы аҙыҡ-түлек етештерергә ниәтләй, 213 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. “Күмертау” һәм “Нефтекама” үҫеш биләмәләрендә “Мята” йәмғиәте 2030 йылға тиклем юл буйы комплексын төҙөргә (25 яңы эш урыны булдырыла), “Медика Плюс” йәмғиәте юғары технологиялы операциялар үҙәге асыуҙы күҙаллай (59 эш урыны барлыҡҡа киләсәк).
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?