Әммә кәйефте төшөрмәйек. Матур маникюр, зауыҡлы йөҙөк-балдаҡтар, ғөмүмән, тәрбиәләнгән тиреле ҡулдар һәр ваҡыт йәш күренә.
Шулай итеп, ябай ғына ҡағиҙәләр ҙә ҡулдарҙың йәшлеген һаҡлап ҡалырға ярҙам итер.
Ҡулдарҙы һәр ваҡыт йылымыс һыу менән йыуыр кәрәк. Һыуыҡ һыуҙан тире майһыҙлана, ә эҫе һыу ҡорота.
Һабындың да балалар өсөн тәғәйенләнгәнен һайлағыҙ, шулай уҡ махсус гелдәр менән ҡулланыу ҙа яҡшы.
Һауыт-һаба, өй, баҡса эштәрен мотлаҡ бирсәткә кейеп башҡарырға өйрәнергә кәрәк. Һәм дә һыу менән булышҡас та уҡ, ҡулдарҙы ныҡ итеп һөртөп ҡуйығыҙ.
Туҡландыра торған кремдарҙы ла иртәле-кисле генә түгел, ә көноҙоно ҡулланырға кәңәш ителә.
Шулай уҡ һыуыҡ миҙгелдә мотлаҡ бейәләй йә бирсәткә кейеү фарыз.
Ҡул тиреһе ҡатып, шырышланып тора башлаһа, тоҙло кәбеҫтә һутына тығып тороу яҡшы, эремсек һуты ла бик ярҙам итә был осраҡта.
Һоло онона берәр ҡалаҡ бал, үҫемлек майы, һөт ҡушып болғатығыҙ, ошо ҡатнашманы ярты сәғәткә ҡулдарға һөртөп ҡуйығыҙ. Һөҙөмтә тағы ла яҡшыраҡ булһын тиһәгеҙ, кизе-мамыҡ бирсәткә кейегеҙ.
Тиреләге пигмент таптарынан костора майы ярҙам итә, иртәле-кисле таптарға һөртһәгеҙ һөҙөмтә көттөрмәҫ.
Терһәк осондағы тире бигерәк тә тәрбиә талап итә. Душ ингәндә скраб менән таҙартып тороғоҙ һәм туҡландыра торған кремдар һөртөгөҙ. Лимон һутыла ярҙамға килер.
Шулай уҡ ҡулдарға крем яҡҡанда, даими массаж яһап торһағыҙ, ҡулдарығыҙҙың тиреһе йомшарып, бәрхәттәй булып китер.
“Дарья” журналы материалдары ҡулланып әҙерләнде.