Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 11:10

“АГРОСТАРТАП” ЯРҘАМ ИТӘ

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

2020 йылда Башҡортостанда ауыл хужалығында яңы эш башлаған 68 эшҡыуар “Агростартап” грантын алған. Уларға бирелгән граттарҙың дөйөм суммаһы 211,5 миллион һум тәшкил иткән.
Грант алыу өсөн конкурс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ“ милли проекты һәм “Фермерҙарға ярҙам һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә үткәрелә.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы эшҡыуары Рәмилә Әминева 2020 йылда конкурста еңеп сыға. “Агростартап” грантына ул районда ит ярымфабрикаттары етештереү буйынса цех асырға ниәтләнә.
Һыуытҡыс камераһы булған автомобиль, ит эшкәртеү цехы өсөн ҡорамалдар алынған да инде. Район үҙәгендә бина ла бар. Әле уны әҙерләү, ҡорамалдар ҡуйыу, эшмәкәрлек өсөн рөхсәт юллау эштәре бара. Ярымфабрикаттарҙы яҙ етештерә башларға йыйыналар.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2021 йылдан эшҡыуарҙарға ярҙам саралары “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ акселерацияһы” төбәк проекты сиктәрендә күрһәтеләсәк. “Агростартап” грант ярҙамына 123,7 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Фото БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.
*Беҙгә социаль селтәрҙәрҙә ҡушылығыҙ: «ВКонтакте», «Одноклассники», «Инстаграм», «Фейсбук»
"Мораҙым" гәзите.
Читайте нас: