Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2021, 11:50

ЙЫЛАЙЫР РАЙОНЫНЫҢ СИДОРОВКА АУЫЛЫНДА ЛА ЯҢЫ МОДУЛЛЕ ФАП АСЫЛҒАН

Быға тиклем улар медицина ярҙамы алыу өсөн ун саҡрым алыҫтағы Матрай табип амбулаторияһына мөрәжәғәт иткән йә тағы ла йыраҡтараҡ ятҡан район үҙәк дауаханаһына барған.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин..

Ауыл халҡы был ваҡиғаны байрам кеүек ҡабул итә. Сидоровкала 184 кеше, башлыса оло быуын вәкилдәре йәшәй. Быға тиклем улар медицина ярҙамы алыу өсөн ун саҡрым алыҫтағы Матрай табип амбулаторияһына мөрәжәғәт иткән йә тағы ла йыраҡтараҡ ятҡан район үҙәк дауаханаһына барған.
Яҡты, йылы, уңайлы яңы ФАП барлыҡ заман талаптарына яуап бирә. Кәрәкле ҡоралдар, ҡорамалдар менән йыһазландырылған булыуы мобиль табип бригадалары эше өсөн дә мөмкинлек аса.
Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Йылайыр район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов килгән.
– Яңы йылды ҡыуаныслы ваҡиғалар менән башлайбыҙ. Хәҙер беренсел медицина ярҙамы алыу уңайлы шарттарҙа үтәсәк. Был ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты программаһында ҡатнаша. Пациенттарҙы “Ауыл фельдшеры” программаһы белгесе Ләлә Байғужина ҡабул итәсәк.
Ҙурмы, бәләкәйме – һәр ауылға ФАП кәрәк. Фельдшер-акушер пункты асылыуы – һәр кем өсөн шатлыҡлы ваҡиға. Республика етәкселегенә, һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм был проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, ауыл халҡына иһә ФАП-ҡа юлығыҙ йыш төшмәүен теләйем, – ти район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
*Беҙгә социаль селтәрҙәрҙә ҡушылығыҙ: «ВКонтакте», «Одноклассники», «Инстаграм», «Фейсбук»
Читайте нас: